Jump to content

Имән сәтләүеге(әкиәт). Гөлсәсәк Рәхмәтова

From Wikisource
Имән сәтләүеге (әкиәт)
автор Гөлсәсәк Рәхмәтова
Ижад итеү ваҡыты: билдәһеҙ. Нәшер ителгән: 2002 йыл. Сығанаҡ: "Аҡбуҙат" журналы № 4, 2002 йыл


Имән сәтләүеге


 Ҡарҙар иреп, көндәр йылынғас, көҙ йоҡоға талған Имән сәтләүеге уянды. "Ҡайһылай оҙаҡ йоҡлағанмын",
— тип уйланы ул. Шунан иҫенә төшөрә башланы... Өлгөрөп еткәс, ергә өҙөлөп төшкәндә йомшаҡ хайуанға
бәрелде.
— Һин әсәйемме әллә? — тип һораны унан.
— Юҡ, мин — Ҡуян балаһы. Үҙем дә әсәйемде эҙләйем, — тине ул.
Бара торғас, оҙон ҡойроҡло, һорғолт төҫтәге берәү осраны. Сәтләүек, үҙенең төҫөн күреп:
— Әсәй! — тине.
— Ни эшләп әсәйең булайым? Мин — Төлкө. Һин кәпәсле, етмәһә, мискә кеүекһең. Ә мин ҡойроҡло, йөнтәҫ. Үҙеңә оҡшағанды эҙлә! — тип асыуланып китеп барҙы.
Сәтләүек үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап алды ла ары китте. Инде өшөй башлап, хәле бөтөп ҡолап китте. Шунан сәнскеле нәмәгә төртөлөп илап ебәрҙе.
— Ғәфү ит, күрмәй ҡалдым. Ауырттымы? — тине уны, йәлләп, Терпе.
— Юҡ та, — тине Сәтләүек.
— Ә ниңә илайһың?
— Әсәйемде таба алмайым.
— Һыуыҡ төштө. Хәҙер ҡыш та етә. Яҙ еткәс эҙләрһең,
— тип, Терпе уға бәләкәй генә өң эшләп бирҙе. Башын ҡоро-һары үләндәр менән япты. Унан үҙе лә бер тамыр аҫтына инеп йоҡоға талды.
Ошоларҙы иҫенә төшөргәс, Сәтләүек ян-яғына ҡараны. Тирә-яҡтағы йәшеллеккә, сылтырап аҡҡан гөрләүектәргә, осҡан күбәләктәргә иҫе китеп ҡарап торҙо. Унан үҙенә күҙ һалды: "Бәй, уның аяҡ-тамырҙары үҫеп сыҡҡан, йәм- йәшел ҡул-япраҡтары хасил булған дабаһа!" Унан эргәһендәге имән ағастарын күреп ҡысҡырып ебәрҙе:
— Әсәйемде таптым!
Ҡарт имән дә, балаһын күреп, япраҡтары менән ҡулын болғаны. Тик Терпе генә дуҫын таныманы. Сәтләүекте ҡалдырған урынды еҫкәне лә, үҫеп ултырған йәшел япраҡлы үҫемлекте күреп, ары китте.
Ике йылдан йәш имән үҙе лә әсәй булды. Көҙ еткәс, уның да бәләкәс кенә шып-шыма тәнле, кәпәсле сәтләүектәре барлыҡҡа килде.


2002 йыл