Илһеҙ түҙһәм... Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Илһеҙ түҙһәм...



Күҙ йәше лә күстәнәстәй икән
Йөрәгеңә ҡатһа һағышың,
Эй һағындым инде Иҙел яҙын,
Һабантуйын, аттар сабышын.
Эй һағындым Инйәр сөңгөлдәрен,
Әкиәткә оҡшаш ысынын –
Ай шәүләһен алтын табаҡ итеп
Төндә һыу эсеүен мышының.
Күҙ йәше лә күстәнәстәй икән,
Һағыш быуып, йәшем сығалмай.
Ишетә лә тороп һаңғыраумын,
Туған телһеҙ ситтә ҡаңғырамын,
Илһеҙ түҙһәм, телһеҙ сыҙамам.
Сеү, ишеттем кинәт башҡорт моңон,
Иркенәйеп китте тын алыу –
Йәнһеҙ радионы йәндәй күреп
Рәхәтләнеп ҡосоп иланым!
1975, Силәбе.


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.