0%

Илерткес был ҡараш

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Илерткес был ҡараш (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 2001. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (40-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Илерткес был ҡараш


Илерткес был ҡараш  “Аҙаш!Аҙаш!”
Тигән кеүек зәңгәр төпкөлдә.
Аяҡ аҫтым әллә һары һаҙлыҡ –
Баҫҡан һайын ята мөлкөлдәп.

Ә ҡулдарым – ҡаурый ғына ҡанат,
Күҙҙәр диңгеҙендә кәйелер,
Ә күңелем – аҡ елкәнле кәмә,
Ҡайҙа әйҙәһәң дә, мәйелең…

Әйҙә мине зәңгәр хыялыңа –
Мөхәббәтең ҡошо булырмын,
Йөрәгемдән алтын ураҡ сүкеп,
Һағыш-арыштарың урырмын.

Көлтә-көлтә итеп урармын да
Шул баҫыуға орлоҡ һибермен,
Шау сәскәле һөйөү яланына
Һин теләһәң генә килермен.

Илерткес был ҡараш…
Һағыш, һағыш
Быуынымдан ала кәремде.
Ысынбарлыҡ, әҙәп ҡанундары
Хыялымдан урлай йәремде…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.