Jump to content

Илгенәйем. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

* * *


Илгенәйем, башҡорт иләүем,
Таңдарымда бәхет теләүем,
Ергенәйең, һауаң, һыуҙарың -
Милләтемә тигән биләүең.

Илгенәйем, башҡорт иләүем,
Ни хаҡына ятҡа түләүең,
Иҫ-аҡылды беҙҙең сарларға
Бөткән мәллә тауҙа беләүең?

Илгенәйем, башҡорт иләүем,
Байрам иткән булып геүләүең -
Уртыңдағы ҡара ҡандарҙы
Төкөрмәҫтән микән һеүләүең!

Илгенәйем, башҡорт иләүем,
Күпмеләргә барыр был нәүем*,
Тауҙарыңмы ҡалыр сүгәләп,
Иҙелдәнме ҡалыр күләүек?
Илгенәйем, башҡорт иләүем,
Таңдарымда әрнеп сеңләүем...

  • нәүем - йоҡо

2014



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.