Jump to content

Илаҡ ҡая. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

* * *


Бөгөлөп тә төшөр саҡтарымда,
Зәмһәрирҙә өшөр саҡтарымда,
Ут-хәсрәттә бешер саҡтарымда
Тешләнеп тә түҙәм - мин бит әсә.
Ҡая-әсә.

Бөгөлгәндә әгәр терәк булһаң,
Өшөгәндә йылы ҡулың һуҙһаң,
Бешкәнемдә утҡа ҡалҡан ҡуйһаң,
Илайым да ҡуям - мин бит бисә...
Әммә...
Ҡая-әсә.


2015



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.