Jump to content

Ике ҡәләм(шиғыр).Р.Тимершин

From Wikisource
Ике ҡәләм(шиғыр).Р.Тимершин (Шиғыр )
автор Р.Тимершин
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ике ҡәләм


 Осраштылар ике ҡәләм.
— Сәләм, дуҫҡай!
— Сәләм! Сәләм!
Айырма бар ике дуҫта:
 Береһе — оҙон, береһе — ҡыҫҡа.
Оҙон ҡәләм өҫтән ҡарай,
 Үҙен мотлаҡ өҫтөн һанай:
— Ҡалай, дуҫҡай, бөткәнһең,— ти,—
 Йомшаҡ заттан икәнһең!— ти.
Ҡыҫҡаһының намыҫ таҙа —
 Ҡыҫҡарған ул яҙа-яҙа.
 Ә тәкәббер оҙон ҡәләм
 Бер ниндәй эш эшләмәгән.
Ҡағылмаған ул ҡағыҙға,
 Көн үткәргән файҙаһыҙға...
 Йә әле, уйлап ҡара ныҡлап:
 Ҡайһы дуҫты була хуплап?


1996 йыл