Ике ҡанат. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ике ҡанат (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ике ҡанат


Бер мәлдең беҙ ике ҡанаты.
Йөрәктәрҙә алһыу таң атты,
Салт яҡтырып алһыу таң атты –
Бер-беребеҙгә беҙҙе танытты.

Һинме ни был, берҙән-бергенәм?
Һинме ни был, минең йәргенәм?
Һине көтөп күпме таң атты –
Бер мәлдең беҙ ике ҡанаты.

Мәңгелектең тик бер осҡоно -
Ошо мәлдең балҡып осҡаны.
Йөрәгемде ҡуйма ҡанатып,
Бер мәлдең беҙ ике ҡанаты.