Изге эшкә оло йөрәк кәрәк

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Изге эшкә оло йөрәк кәрәк
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2015. Нәшер ителгән: 2015. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Изге эшкә оло йөрәк кәрәк // «Башҡортостан» гәзите, 2015, 21 август.



Изге эшкә оло йөрәк кәрәк


Халҡыбыҙҙың «Ир-егет ағас ултыртырға, ул тәрбиәләргә һәм өй һалырға тейеш» тигән билдәле хәҡиҡәтен шәфҡәтле һәм матур эштәре менән иҫбатлаусылар арабыҙҙа бихисап. Һүҙем шуларҙың береһе – Рәмил НӘБИУЛЛИН хаҡында. Йөрәгендә кесе ватанына сикһеҙ һөйөү, күңелендә ата-бабаларының яҡты иҫтәлегенә оло хөрмәт йөрөткән уҙаман яҡташтарын изгелектәре менән ҡыуандырҙы: тыуған төйәге тарихына бағышланған күләмле китап баҫтырҙы һәм фекерҙәштәре менән берлектә ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар хөрмәтенә һәйкәл асты.

Һәр саҡ яңылыҡ эҙләү, күптәр тотонорға баҙнат итмәгән мәшәҡәттәргә егелеп, уларҙы уңышлы атҡарып сығыуға ынтылыш алтынсы тиҫтәһенә яҡынлаған Рәмил Бәғдәнур улын ғүмер буйына оҙатып килә. Мәктәп йылдарында ла, Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда ла һабаҡташтары араһында бар яҡтан әүҙемлеге менән айырылып торҙо. 1979 йылда БДУ-ны тамамлап, йүнәлтмә нигеҙендә Бөрө дәүләт педагогия институтында эш башлаған йәш белгес аҙ ғына ваҡыт эсендә үҙенә бағланған өмөттө аҡлауға өлгәште. Ғаилә ҡороп, ал да гөл йәшәп алып китте, ике улы тыуҙы. 1984 йылда, Салауат ҡалаһына күсенеп, бер ҙә еңел булмаған һәм тынғыһыҙ хеҙмәтте үҙ яҙмышы итте: милиция өлкән лейтенанты формаһын кейеп, ҡаланың эске эштәр бүлегендә ябай инспектор вазифаһын үтәргә тотондо. Бурыстарын намыҫ менән башҡарып, күп маҡтауҙарға лайыҡ булып, эске эштәр идаралығы етәксеһе урынбаҫары дәрәжәһенә тиклем күтәрелде. Алдынғы тәжрибәһе бар республикаға өлгө итеп ҡуйылған хаҡлы ялдағы полковник Рәмил Нәбиуллиндың милициялағы өс тиҫтә йылға яҡын хеҙмәте оҙон яҙмаға торошло. Тик әлегә һүҙебеҙ уның яҡташтары өсөн башҡарған изге эштәре хаҡында ғына.

Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, бала саҡ эҙҙәре һаҡланған ер онотолмай, кесе атайсалға булған һөйөү ғүмерлек. Шулай ҙа тыуған төйәге хаҡында китап сығарыусылар күп түгел арабыҙҙа. Бер ҙә еңел булмаған был эшкә тотоноу ғына ла оло маҡтауға лайыҡ.

– Тыуған ауылым Абдулланың (икенсе исеме – Көсөкбай) боронғо икәнен ололарҙан ишетеп белә инем, – ти Рәмил Бәғдәнур улы. – Үҙ нәҫелемде өйрәнә башлап, архивтарҙа эҙләнеүем һөҙөмтәһендә ауыл тураһында мәғлүмәттәр ярайһы ғына йыйылып китте.

Ауылда йәшәүселәр тураһында иҫтәлек-хәтирәләр тупланған, төрлө осор фотолары менән биҙәлгән 350 битлек хеҙмәтен Рәмил Нәбиуллин 2012 йылда тыуған төйәгенә нигеҙ һалыныуға 230 йыл тулыу айҡанлы нәшер иткән.

Бәләкәй генә Абдулла ауылынан 63 ир-егет Бөйөк Ватан һуғышына киткән, уларҙың 42-һе Тыуған ил азатлығы өсөн башын һалған. Данлы Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы ошо яугирҙәрҙең исем-шәрифе иҫтәлекле мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерелде. Улар хөрмәтенә парк булдырып, обелиск ҡуйыуҙы Рәмил Бәғдәнур улы башлап йөрөнө, күп ойоштороу мәшәҡәтен үҙ иңенә алды. Һәйкәлде асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов изге эш өсөн күп тырышлыҡ һалған уҙаманға Маҡтау хаты тапшырып, был хаҡта айырым әйтеп үтте.

Әле күркәм юбилейын билдәләгән хәләл ефете, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Эльвира Исатай ҡыҙы менән бергәләп бихисап ағас ултыртҡан, улдарын үҙаллы тормошҡа сығарған замандашыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, үҙе теләгәнсә һалған заманса йортонда бәхетле ғүмер кисерә. Әлбиттә, ҡул ҡаушырып ултырмай, ҡала предприятиеларының береһендә яуаплы вазифа башҡара. Ветерандар ойошмаһы эшендә ҡатнашырға ла, һабаҡташтары менән осрашыуҙар ойошторорға ла ваҡытын таба ул.


Ансар Нуретдинов.


Борай районы.


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.