0%

Изгелеккә юрайыҡ. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Изгелеккә юрайыҡ. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 12.04.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


Изгелеккә юрайыҡ.


Бер-беребеҙҙән йылмайып,
Иҫәнлектәр һорайыҡ.
Йылмайыуҙы, йылы һүҙҙе
Изгелеккә юрайыҡ.

Кеше күңеле бик йомшаҡ,-
Иғтибарға урайыҡ.
Һәр бер һүҙҙе, һәр теләкте
Изгелеккә юрайыҡ.

Күңел ҡалдырырлыҡ һүҙҙе
Шаяртыуға борайыҡ,
Өгөттәрҙе, кәңәштәрҙе
Изгелеккә юрайыҡ.

Күпме кеше яныбыҙҙа-
Ярҙам итеп торайыҡ.
Иткән, алған ярҙамдарҙы
Изгелеккә юрайыҡ.

Һаҡлайыҡ бер-беребеҙҙе,
Күңелдәрҙе ҡырмайыҡ,
Матур эштәр эшләйек тә,
Изгелеккә юрайыҡ!


12.04.2014