Jump to content

Ибрай Теләүгә. М.Аҡмулла

From Wikisource
Ибрай Теләүгә
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Ибрай Теләүгә


Аҡмулла, бер һүҙ һөйлә, ғаризың328 етһә,

Үкенерһең, ғүмерең бупгка үтһә;

Солтандың яңы килгән хөрмәтенә,

Әйтәйек "ҡотло булһын!", ҡабул итһә.

Уртаға килеп тошто ғәҙел солтан,

Ебәрҙе бәхетебеҙгә ҡәҙер собхан329.

Таҙа зат, аҡһөйәктең балаһы инең,

Был йортҡа булған борон атаһы хан.

Хоҙайым, юлыҡтырҙың хан балаһын,

Бар булһа әйтер һүҙең - әйтеп ҡал һин.

Солтаным, ғәйеп итмә бер ҡоластан -

Буй яҙып, үлә алмай йөрөгән башым.

Хоҙайым осраттырҙы хандың улын,

Сарыф итеп, инша алла, ҡиммәт булын.

Көс камил, һәнәр камил - бары теүәл,

Һеҙҙәй булып бер бейәнән тыумаҫ ҡолон.

Күңелдә был ваҡытта шатлығым күп,

Аҡ шоңҡар ҡунғандан һуң беҙгә килеп,

Урыҫҡа "ыздрасти" тип күрешерлек,

Тороуға яҡшы булды хәлле яр, тип.

Дәүләт-ҡош һеҙ бер ҡунған һәр дөүәлгә330,

Сыҡты атың Тобыл, Турғай, һыр ҡыяңға331.

Военный губернатор таланты мән

Төштөгөҙ насип булып был диуанға.

Яҡут таш - һеҙ бер торған һыналмаған,

Етешеп, һис кем баһа ҡыла алмаған.

Ошонса ҡул еткеһеҙ ерҙә тораһыҙ,

Яныңа ҡатар ҡустың бара алмаған.

Белем менән булды яҡын алыҫтарың,

Һәнәр менән теҙелептер сабыштарың,

Ибрай Әлмөхәммәт Теләү тигән

Йәйелде ер йөҙөнә тауыштарың.

Уҡығанһыҙ йәштә, тәҡсир, камил ғилем,

Һәр йорттоң беләһегеҙ ҡыйын телен,

Мәскәүҙең инородец ҡарауына

Артыҡ тип әйтеләлер һеҙҙең белем.

Әүүәле Кронштадтҡа корпус барҙың,

Ышкол, университетҡа зиһен һалдың,

Юғары уҡыу йортон бөтөрөп сығып,

Өйәҙной помошниклыҡ урын алдың.

Бынан һуң хокүмәтлек сара күрҙең,

Сайран ҡылып, мәмләкәттең барын күрҙең.

Кешегә теле тинтәк тыйыу һалып,

Эсенә үҙ йортоңдон килеп торҙоң,

Барҙығыҙ шәһәренә Петербурҙың,

Күрҙегеҙ тамашаһын байтаҡ юлдың.

Яшыҡ менән аҫылдың арзан-ҡиммәтен

Әҙәмһегеҙ айыра белгән иҫке малдың.

Тәҡсир хан, был да - үҙең, баҡҡан илең,

Борондан аралашып, һеңгән тирең.

Булырлыҡ ҡанат-ҡойроҡ үҙегеҙгә

Бер, ике, өс бында ла бар һинең энең.

Ятырмын, яҡын күреп, һырттан маҡтап,

Өндәшергә оялып рөхсәтһеҙ башлап.

Ауыҙын кәрәк саҡта асырмын, тип,

Бер һандыҡ алтынымһың ҡуйған һаҡлап.

Тәҡсир хан, ғәйеп итмә, урының бейек,

Әйтте, тип, рәтһеҙлек, һүҙ менән тейеп.

Алтыбаш Мәтебейҙең балаһымын*,

Булалыр урыныбыҙ Ҡушҡул Кейек.

Муллалыҡ указной ғәмәле бар,

Әйтәләр: өмөтөм күп, рәхим назар.

Доғалыр ҡарашығыҙ, Әлмөхәммәт,

Үтенеп тоттоҡ иғтибар, аллаһияр,

Аҡмулла лаҡабымды тип әйтәләр,

Бүләктер был икеһе бер харуар332.



Аңлатмалар

  • Ғариз (ғ.) — ҡыйыулыҡ, батырлыҡ.
  • Собхан (ғ.) — маҡтау һүҙе.
  • Дөүәл (ғ.) — йорт, ил.
  • Ҡыяң (ҡ.) — алыҫ
  • Харуар (ғ.) — ишәк йөгө
  • Иҫәнгилде бай менән мәғлүм низағтан һуң Аҡмулла, үҙ шәхесе тирәһендә болоттар ҡуйыра башлағас, үҙенең «ҡаҙаҡлығын» раҫлатыр өсөн Аҡмәсет яғына «ҡаҙаҡ атаһы» Мөхәммәтъярҙың туғандарына килеп сыға. Был Мөхәммәтъяр үҙе, ысынлап та, тарихи шәхес булып, Аҡмулла уның асыл шәжәрәһен, унда ҡалған туған-тыумасаларын, ағай-энеләрен яҡшы белгән булһа кәрәк: ул уларҙың байтағына исемләп өндәшә, үҙенең дә кем балаһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға тырыша.

Ләкин Һыр ҡыпсағы араһында шағир үҙ кеше булып китә алмаған, «Һыр ҡыпсағына» шикәйәтенең (был исемде, йөкмәткеһенә ҡарап, беҙ бирҙек), шул тирәләрҙә «Тиңлек ала алмаған Аҡмулланың Аҡмәсет әҙәмдәренә яҙған хаты» булараҡ билдәлелек алыуы ла, әҫәрҙең яҙылыу тоны ла, был сәйәхәттең шағир өсөн һөҙөмтәһеҙ тамамланыуы ла һәм, аҙаҡ килеп, уның зинданға ябылыуы ла быны ҡеүәтләй.

Иҫкәрмәләр