Jump to content

Зөфаф кисәһе. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource


* * *


Ни мөғжизә беҙҙе осраштырып,
Сәстәребеҙ сәскә бәйләнгән,
Нисек ҡыштар айырым ҡышланған да,
Нисек йәйҙәр айырым йәйләнгән?!
Ҡуша сорнай ҡояш - нуры менән ,
Балдаҡ итеп һона төн - айын.
...Беҙ бәүетер бишек күк йөҙөнән
Яҡынайған ергә, моғайын.
Шул бишектә ятыр сабый минең
Төштәремә инә нур булып,
Ишетелә көй ҙә - бәүетергә -
Икәү бергә көйләр йыр булып.
Зөфаф кисен яҡынайтҡан - улдыр,
Һөйөү ҙәлер - уның хаҡына.
... Хыялдағы ошо нур-бишеккә
Ҡағылабыҙ икәү һаҡ ҡына...

  • Зөфаф кисәһе- йәштәр ҡушылған төн

2014



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.