Jump to content

Зөмрәт алма. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Зөмрәт алма




Яҡташым, атаҡлы актриса Гөлли Мөбәрәковаға
Зөмрәт төҫлө йәшел алма,
Бешкән үҙе тамылйып.
Йәшел алма – һайлансыҡҡа,
Башҡаһына талым юҡ.
Төҫ ташламаҫ зөмрәт алма,
Ниҙә көсөң – арбаусы?
Һин генә тип йән аталыр
Алма тәмен аңлаусы.
Алмағасҡай эйелә бит
Тулып бешкән алманан.
Бар тылсымын зөмрәт йыйған,
Үкенескә ҡалмаған.
Бер ҙә үтмәҫ йәшлек төҫө
Алманың йәшел төҫө.
Ярһыу йәшлек, олпат аҡыл –
Сәхнәлә талант көсө!
26.06.2000


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.