Зәйнәп сабыр иткән ине, ниһайәт сабыр итә алманы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Зәйнәп сабыр иткән инее, ниһайәт сабыр итә алманы
автор Мәжит Ғафури
.Нәшер ителгән: 1911. Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. / • Зәйнәп сабыр иткән иде, инһаять, сабыр итә алмады : [хикәя] // Шура. – 1911. – № 11. * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.



Әсәһе вафат булған ваҡытта Зәйнәп һигеҙ йәшендә ине. Зәйнәп үлемдең нәмә икәнен белгәнгә күрә, әсәһенең мәңге ҡайтмаҫын белә ине. Әсәһенең вафат булыуы Зәйнәпкә бик ауыр тойолдо, ул иланы, һуң дәрәжәлә тәьҫирләнде. Башта был эш Зәйнәпкә бик ауыр күренһә лә, Зәйнәп бының асыһына түҙҙе. Бара торғас һирәкләп кенә илай башланы. Әсәһе үлеп, бер-ике ай торғас, атаһы уларҙың өйҙәренә бер сит ҡатын алып ҡайтты. Зәйнәп үгәй әсәһе икәнен белһәлә, сит төҫлө күреп, һаман шулай сит көйөнсә бер ҙә зарарһыҙ ғына торор тип уйланы. Башта Зәйнәп был сит ҡатындың бында тороуына ҡайғырманы. Ләкин был сит ҡатын бара торғас бөтә йортҡа, хатта Зәйнәптең үҙенә лә хужалыҡ итә башланы. Инде Зәйнәп үҙе бер сит бала кеүек ҡурҡа-ҡурҡа йөрөргә мәжбүр булды.

Ул сит ҡатын әсә булыу мәғәнәһе менән генә Зәйнәпкә баш түгел, бәлки көс, ҡеүәт менән баш булды. Үгәй әсәһе Зәйнәпкә асыуланып ҡына ҡуймай, урынһыҙ булһа ла һуғып та ебәрә башланы. Зәйнәп был көндән башлап үгәй әсәһенән төрлө ауырлыҡтар күрҙе. Ул был эштәрҙең һәммәһенә сабыр итте, түҙҙе. Ул һаман түҙә, әллә ҡайҙа китергә, был йорттан ҡасырға уйламай. Бәғзан, үгәй әсәһе күрмәгәндә генә илай, бының илағанын әсәһе күрһә тағы асыулана: «Үҙ башыңа ила, илауың үҙ башыңа булһын!»— ти. Ул үгәй әсәһенең шундай ҡаты мөғәмәләләренә, эт көнө күрһәтеүенә, был эштәрҙең һис береһен атаһының белмәүенә, белһә лә, әсәһе яҡлы булып, уның эләкләүе буйынса, , үҙенә асыуланыуына ла түҙеп торҙо.

Үгәй әсәһенән йәш бала тыуғас, Зәйнәптең көнө бигерәк ҡыйынға ҡалды. Уны ҡарау, йыуатыу һәммәһе Зәйнәп өҫтөнә ташланды. Ул инде көн буйы бала күтәреп, шуны йыуатып йөрөргә мәжбүр. Ун ғына йәшендә булһа ла, бер аналыҡ вазифаһын әда ҡыла. Зур кешеләр төҫлө булып, балалыҡтың шадинән булған уйын-фәләндең нәмә икәнен дә белмәй бойоҡ һәм төшөнкө көйөнсә, һаман шуны тәрбиә итә. Унда ла һаман туҡмаҡ аҫтынан сыҡмай, бала аҙ ғына илаһа, әсәһе: «Абау, мөхәббәтһеҙ! Шул арала һуҡҡан, шул арала семтеп тә алған»,— тип бер ҙә юҡҡа бисара Зәйнәпте ҡағып ебәрә лә, «Бар, бар! Өйҙән сығып кит!»— тип төрткөләп сығара. Зәйнәп өй артында аҙыраҡ илап, өйгә керергә ҡурҡып ултыра ла, балалыҡ менән был эштәрҙе онотҡан кеүек булып, тағы өйгә керә. Унда тағы шундай бер хәл була. Ул һаман түҙә генә, ул әсәһенең шулай ҡәһәр итеүенә, асыуы килһә — ашарға бирмәүенә, үҙенең көсө етмәй торған эштәрҙе эшләргә ҡушыуына, әлхасил, тәрбиәһеҙ ғаилә эсендә үгәй әсәләрҙең үгәй балаларға күрһәтә торған ауырлыҡтарҙың һәммәһенә түҙҙе. «Мин бында тормайым, мин китәмен»,— тип әйтмәне. Хатта был эш хәтеренә лә килмәне. Зәйнәп ҡыйынлыҡтар аҫтында тороп үҫте, быларҙың һәммәһен түҙемлек менән үткәреп ебәрҙе.

Ул инде еткән ҡыҙ ине. Тороуында рәхәт булмаһа ла. боронғо рәүешле бик үк ҡыйын да түгел, башҡа ҡыҙҙар кеүек ҡәҙерҙә һәм иркәлектә булмаһа ла, бик ауырлыҡ эсендә лә түгел ине.

Инде Зәйнәпте бөгөн таңда кейәүгә бирергә торалар. Ул хәҙер үҙе лә был өйҙән ҡотоласағын белә, киләсәктәрен уйлай, алдында әллә ниндәй рәхәтлектәр көтә, шуға ҡауышыуын теләй. Уның менән бер йәштәге ҡыҙҙар кейәүгә китә лә башланылар. Зәйнәп уларҙың рәхәт кенә торғандарын күрә, үҙе лә шулар кеүек булып китәһе килә. Ул инде үгәй әсәһенең асыуланған ваҡыттарында әйтә торған:

— Йүнле булһаң, һиңә бығаса кейәү сығыр ине, һине эт алһынмы?— тигән әсе һүҙҙәрен ишетә-ишетә ялҡып бөткән. Уның был һүҙҙәрен ишеткән һайын, Зәйнәптең эсе, тәне һыҙлана, тиҙерәк китеп, шуның йөрәген яндыраһы килә. Кейәүе менән ҡунаҡ булып ҡына, килеп-китеп йөрөргә теләй. Ул инде бығаса ниндәй ауырлыҡтарға ла түҙгән, сабыр иткән, ошо йортто ташлап сығып, мәңге айырылырға теләмәгән, бының һуңында ла ул улай мәңге айырылырға, икенсе бер ҙә килмәҫкә уйламай. Ауырлыҡтарҙы күргән, фәҡәт тамам биҙмәгән.

Зәйнәпте кейәүгә лә бирҙеләр. Затән, ул тиҙерәк үгәй әсә ҡулынан ҡотолоуҙы ғына теләй, ләкин үҙе теләгән кешегә бара алмауын белә ине. Шуның өсөн ул үҙе теләгәненә бара алманы. Уны бирҙеләр.

Атаһының бер ҙә һорамай-нитмәй тотоп биреүенә риза булып бөтмәһә лә, сабыр итте, түҙҙе, тауыш сығарманы.

Башта уның өсөн кейәүе Фәхри менән тороу бик ауыр булманы. Ул: «Кейәү һәм тормош шулай булалыр»,— тип уйлай ине. Зәйнәп тора ғына бирә. Былар бер-береһенә йүнләп өйрәнеп тә китмәгәндәр. Зәйнәп ҡурҡа-ҡурҡа тора, кейәүенә ярарға ғына тырыша ине.

Бына бер көн, бер ҙә уйламаған ваҡытта, Фәхри еңеләйеп ҡайтты. Зәйнәп бындай эште, үҙенең янына иҫерек кешенең кергәнен бер ҙә күрмәгәнгә күрә, ҡаушап китте. Фәхри үҙен йүнле тоторға, тура һөйләргә тырыша, ләкин булдыра алмай ине. Зәйнәп иларға ла, иламаҫҡа ла белмәй, ҡатҡан көйөнсә ҡалды. Фәхри киҫек йөмләләр менән:

— Асыуланма инде, Зәйнәп, аҙыраҡ эсеп ҡайттым,— тип саҡ әйтә алды. Аҙ-маҙ һөйләнде лә, ғырылдап йоҡоға китте... Был ваҡытта Зәйнәп илай ине. Урамдан үтеп барған иҫеректе күргәндә лә ҡурҡа торған Зәйнәпкә, бөгөн иҫерек менән бергә торорға, төн үткәрергә тура килде. Зәйнәп төн буйынса уйҙа, хәсрәттә...

Иртән торғас, Зәйнәп Фәхриҙең йөҙөнә ҡарарға ла ояла, ни эшләргә белмәй ине. «Ниңә эсеп ҡайттың?»— тип һорау ҙа бирмәне, түҙҙе. Фәҡәт йөрәгендә бик кескенә төйөн ҡалды. Ул төйөн Зәйнәптең йөрәген тырнап тора ине.

Былар, бер-береһенең әхлаҡ, тәбиғәттәрен ысынлап та танышмаҫ борон, Фәхриҙең эсеүе, Зәйнәптең мөхәббәтен үҙенә бәйләмәҫкә генә сәбәпсе булды.

Беренсе эсеүҙең ҡайғыһы йүнләп онотолоп та бөтмәгән ине, Фәхри тағы эсеп ҡайтты... Зәйнәп инде ысынлап ҡайғырҙы. «Йәнем, һин былай эсеп ҡайтҡас, миңә ҡыйын була»,— тип әйтеп бөтөрмәй, муйынына барып аҫылынды. Зәйнәп был эше менән үҙенең өмөтө Фәхриҙә генә икәнен аңлатмаҡсы була ине. Фәхри, эсеүҙе ябай бер эш тип белгәнгә, Зәйнәптең һүҙенә, илауына бер ҙә генә әрнемәй: «Юҡҡа илама әле. Ҡатын алдым тип эсмәй тормам!»— тине. Зәйнәп был һүҙгә яуап ҡайтарманы. Бер-береһенә өндәшмәй генә йоҡларға яттылар. Ләкин Зәйнәптең күҙенә төн буйынса йоҡо кермәне. Беренсе мәртәбә шундай һүҙҙе ишетеүенә сыҙай алмай ине. Ләкин Зәйнәп һаман түҙҙе. Сөнки түҙеүҙән башҡа сара юҡ ине...

Фәхри, һирәкләп эсеп ҡайта торғас, эсеү өсөн үҙенә юл асҡан ине. Зәйнәптең ҡаршы тора алмауын белгән ине. Ул инде яңғыҙ ваҡыттағы кеүек, теләһә ҡайһы ваҡытта эсә, теләгән ваҡытында ҡайта башланы. Ул айыҡ ваҡытта, Зәйнәп илай-илай эсмәүен үтенә, үҙенең тилмереп көтөп тороуын һөйләй, эсмәй ҡайтһа ни ҡәҙәре шатланғанын белдерә ине. Быға ҡаршы Фәхри ҙә ярар тигән булып вәғәҙә бирә лә, шул уҡ көндө тағы эсеп ҡайта ине.

Бөгөн иртәнсәк эсмәҫкә вәғәҙә биреп киткән Фәхри кис ләяғҡол булып иҫереп ҡайтҡан. Зәйнәп ҡурҡыуынан өҙәләнеп тора, ағарған, ни эшләргә белмәй, Фәхри, йығыла яҙып, өҫтәл янына ултырҙы. Әллә ниҙәр һөйләй, күҙен бер нөктәгә текәгән дә, ҡурҡыныс һүрәттә ҡарап тора. Зәйнәп: «Әйҙә, сисенеп ят инде!»— тип янына барғас та: «Кит, бында йөрөмә!»— тип төртөп тә ебәрҙе. Был беренсе һуғылыу Зәйнәпкә тәьҫир итте. Шулай ҙа яҡшылығын белдереү өсөн, маҡсатын әйтергә теләне, Фәхри Зәйнәпте әҙәм ишетәҫлек төрлө һүҙҙәр менән һүгә башланы. Зәйнәп һаман сабыр итте, түҙҙе. Сөнки ҡулынан килерлек эш юҡ ине...

Фәхри һаман эсеп ҡайтҡас, бара торғас бер ҙә юҡ өсөн Зәйнәпте һуға, туҡмай башлағас, Зәйнәптең күңеле тамам һыуынған ине. Ул бөтә көсө менән Фәхриҙе эсермәҫкә тырышып ҡараны, муафәҡ була алманы. Ул инде иренә асыҡ йөҙ күрһәтмәй, теләгәнсә эсеүенә, әхлаҡһыҙлығына риза булып тора алмай, бары ҡулынан килмәгәнгә, үҙенең ихтыярына ҡуйҙы. Фәхриҙең ҡоторған эт төҫлө ҡотороп ҡайтыуына, бер ҙә сәбәпһеҙ һуғыуына һаман түҙҙе. Инде күҙ төптәре күгәргән көйөнсә, күңелһеҙ йөрөгән Зәйнәпте һәр ваҡыт күреп була ине.

Ул һарғайған, кипкән. Улар, бер-береһенә мәүкут торған кешеләрсә мөғәмәлә итәләр ине. Ҡаты һүҙҙәр менән һүгеү, юҡ ҡына өсөн һуғыу ғади бер эш булып китте. Зәйнәп һаман түҙә ине. Ун һүҙгә бер яуап ҡайтарыу менән кифаялана...

Фәхриҙең иҫереп ҡайтыуҙары, һуғыуҙары һәммәһе ғади булған ине. Инде былар өҫтөнә, иҫереп ҡайтып, әллә ниндәй ҡатындарҙы маҡтай башланы. Күрәләтә сит ҡатындар менән ултырғанын һөйләй: Зәйнәп шулар рәүешле ҡуштан түгел, имеш!.. Ҡатын булғас, шулар кеүек бейеп, һикереп торһон, имеш!.. Ул Зәйнәпте яратмай, имеш!.. Шуға күрә эсеп ҡайта, имеш!.. Фәлән ҡатынды алып, уның менән торһаң, имеш...

Зәйнәп Фәхриҙең ошо һүҙҙәренә, был әхлаҡһыҙлыҡтарына сабыр итә алманы... Түҙеп тора алманы:

— Улай мине яратмаһаң, мине айыр ҙа, шул фәхишәләреңде ал да, шулар менән тор, мин сабыр итә алмайым! Үҙемде ундай бысраҡтар менән алыштырмайым.— тине лә, ҡысҡырып, үкереп илап ебәрҙе... Сөнки ул үҙенең иренән бындай һүҙҙәрҙе ишетеп торорға сабыр итә алманы...