Jump to content

Зыяраттар аһ киңәйә бара

From Wikisource

Зыяраттар, аһ, киңәйә бара


Зыяраттар, аһ, киңәйә бара
Яңы кәртә йәнә һалдылар
Хәҙер инде кәртә тышындағы
Ҡәберҙәр ҙә эстә ҡалдылар.
Иҫке йола бөттө инде хәҙер…
Заманамы шундай йәберле –
Эстәгенән бәлки артыр ине
Зыярат тышындағы ҡәберлек.
Тик заманға һылтанмайыҡ әле –
Ҡай заманда еңел йәшәлгән –
Быуат-быуат башҡорт һөйәктәре
Яу ҡырында әҙме түшәлгән?!
Әҙме йәшен түккән етемәктәр,
Ас-яланғас ярлы-ябаға,
Әммә һәр береһе көсөн һалған
Үлем индермәҫкә араға.
Баҡыйлыҡҡа күсте ҡанбабалар
Тапшыралмай сабыр доғаһын.
Доғаларын белмәй йәшәгәнгә,
Ҡыйралып та бара донъяһы…
Зыяраттар, аһ, киңәйә бара…

20-се быуат ахырҙарынса халҡыбыҙҙа үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙы зыярат тышына йыназаһыҙ ерләйҙәр ине..


2015



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.