Ни һуң яҡшы, яҡты, матур миндә,
Ни һуң миңә иң-иң ҡәҙерле —
Һиңә бирәм, йырым! Ал, күҙ нурым,
Үҙең ала алған ҡәҙерле...
Ә ҡалғаны! Ялған-таушалғаны
Үҙем менән бергә юғалыр.
Аҡ ҡылғандар шаулар унда йәйен,
Аҡ ҡуяндар ҡышын юл һалыр.
Аҡ ҡайын да, бәлки, килмәҫ унда,
Көлмәҫ унда, бәлки, гөлдәр ҙә...
Көйөҫ-көйөҫ, беләм, елдәр иҫер,
Тик туҡталып тормаҫ елдәр ҙә.
Ятыр тәнем! Ә, йырым, һин — йәнем,
Үтә алһаң ваҡыт һынауын,
Һөйлә кешеләргә кеше хисен,
Йондоҙло бер заман һулауын.
Шул заманым минең саф иманым,
Ир булырға ул бит өйрәтте.
Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да,
Заман ярып үтте йөрәкте.
Тик алданма арзан дан-шөһрәткә
Осҡан саҡта ғүмер юлынан:
Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан!