0%

Еҫе бармы һөнәрҙең?(шиғыр). Дж.Родари

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Еҫе бармы һөнәрҙең? ( шиғыр )
автор Дж.Родари
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Еҫе бармы һөнәрҙең?


 Һәр төрлө эштең
 Үҙ еҫе була:
 Ҡамыр әсеһе
 Мейескә тула.
 Утынлыҡтан да
 Тәмле дым килә —
 Тапсыҡ, сайырҙың
 Еҫе бөркөлә.
 Гел буяу еҫе
 Малярҙан сыға,
 Замазка һеңгән
 Быяласыға.
 Бензин һеңешкән
 Шофёр ағайға,
 Эшсенең ҡулы
 Буялған майға.
 Һатыусы бөркә
 Кәнфит еҫтәре,
 Дарыу аңҡыта
 Доктор эштәре.
 Һабансы рәхәт
 Таба эшенән.
 Ҡыр еҫе килә
 Ундай кешенән.
 Балыҡ еҫенә
 Сума балыҡсы.
 Бер еҫһеҙ йәшәй
 Эшһеҙ ҡалыусы.
 Хушбый һөртһә лә
 Был ата ялҡау, —
 Ундай әҙәмгә
 Эләкмәй маҡтау.

 


1988 йыл