Еңеү байрамы алдынан

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Еңеү байрамы алдынан (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (127-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ЕҢЕҮ БАЙРАМЫ АЛДЫНАН


Иртәгә, иртәгә, иртәгә
Һалдаттар урамдан үтерҙәр.
Ә бөгөн яуҙаштар йыйылып,
Хәтирә йомғағын һүтәләр...

Хәтерҙә, хәтерҙә, хәтерҙә
Яуҙаштың иң һуңғы һүҙҙәре –
“Йәшәргә теләйем! Йәшәргә...”
Йәшкәҙәп мөлдөрәй күҙҙәре...

Йәшәргә, йәшәргә, йәшәргә
Өҙөлгән ғүмерҙәр хаҡына,
Ниңәлер йыл һайын, ай һайын
Йондоҙҙар йышыраҡ атыла...

Иртәгә, иртәгә, иртәгә
Кисәге һалдаттар, яуҙаштар
Урамдан уҙырҙар...
Кем килер
Уларға алмашҡа, алмашҡа?

Аманат быуындан-быуынға:
Тау-урман, далалар, ҡаялар...
“Йәшәргә теләйем!” һүҙҙәре
Йәштәргә, йәштәргә ҡалалар.

“Йәшәргә теләйем!”
Тормошто,
Халҡымды, еремде яратһам...
Мин тере!
Яуҙаштар йыйылып,
Хәтирә ептәрен тағата...

Таң ата, таң ата, таң ата,
Һандуғас ҡояшты уята...
“Йәшәргә теләйем!” һүҙендә
Мәңгелек моң ята, уй ята...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.