Ете төндә - етмеш уйым. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ете төндә - етмеш уйым



Ете төндә - етмеш уйым,

Шишмә аға - Оҙонуйым,

Ә төбөндә - ай мөгөҙө,

Йондоҙ төшкән уйым-уйым.

Йондоҙҙарҙы йолҡоп-йолҡоп,

Ағым алып китмәк була,

Ай мөгөҙөн айҡап-сайҡап,

Алҡа итеп киҫмәк була.

Оҙонуйға һыйған йыһан

Атлап ҡына сыҡмалы шул

Йәшлектәге ниәт-хыял

Ғаләмдәргә осмалы шул.

Күктә - йыһан, һыуҙа - сағым

Аралыҡта мин яңғыҙым.

Аҙаштырма, зинһар, яҙмыш

Сағымдарҙа* бер тау ҡыҙын.

Ташҡа бәрелеп йондоҙ сыңлай:

Сылтыр-сылтыр, сылтыр-сылтыр...

Йондоҙҙарҙың ҡыңғырауын

Төн буйына тыңлап сыҡтым.

Сағым* - мираж


2012




This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.