0%

Ерем,һыуым, күгем, кешеләрем… Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ерем, һыуым, күгем, кешеләрем… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 12.05.2013. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


Ерем, һыуым, күгем, кешеләрем…


Ерем,һыуым, күгем, кешеләрем-
Дүрт тарафҡа берҙәй табынам.
Йылдар үткән һайын тәбиғәттең
Көслө, йомарт сағын һағынам.

Ерем таҙа булһын.
                      Тыныс булһын.
Туҡ башаҡтар уны ҡаплаһын.
Ерҙең таҙалығын, тыныслығын,
Көс-ҡеүәтен кеше һаҡлаһын.
            
Һыуҙарым - саф булһын.
                        Татлы булһын.
 Ярға тулып аҡһын йылғалар.
 Һыуҙың татлы, таҙа, мул булыуын
 Бары кеше генә ҡурсалар.

Күгем- зәңгәр булһын.
                           Һауам – таҙа,
Ҡаймаҡ кеүек булһын һуларға.
Кеше бирмәҫ бөтә кешелеккә
Ярҙа балыҡ кеүек туларға.
              
 Кешем - аңлы булһын.
                          Тамуҡ түгел,
 Ожмах булһын өсөн донъялар,
Ҡурсаларға кәрәк тәбиғәтте,
Таҙа ерҙә генә йәшәү бар.

Эй, тәбиғәт!
                   Бар илаһи көстө
Кеше ҡулдарына биргәнһең,
Балаһынан миһырбанлыҡ көткән
Әсә кеүек, башың эйгәнһең.

Атыр таңдар яҡты булһын өсөн,
Бала тыуһын өсөн сәләмәт,
Ерем, һыуым, күгем таҙалығын
Һаҡлайыҡсы бергә, йәмәғәт!


12.05.2013