Jump to content

Ерегем. Миңтимер Кәримов

From Wikisource
Ерегем
автор Миңтимер Кәримов
Ижад итеү ваҡыты: 2008. Сығанаҡ: Ғәзиз ерем — Ерегем. — Өфө: "Матбуғат донъяһы" нәшриәте, 2009. 200 б.


Ерегем



Башҡортостандың уртаһы—
Тыуған ауылым Ерегем.
Ҡайҙа барма, гел иҫемдә,
Бәлки, һиндер йөрәгем?

Ерегем, Ерегем!
Һин бит минең йөрәгем!
Һиндә тыуҙы мөхәббәтем,
 Сәскә атты гөлдәрем!

Ҡуҙғауылдың көмөш һыуы
Ағиҙелкәйгә ҡоя,
Барған ерҙән ҡайталмаһам,
Йөрәк юҡһыныу тоя.

Яҙҙар етһә, йәштәр ҡайта,
Бик һағынып дуҫтарын.
Һин бит минең күңел күркем,
 Кескәй Башҡортостаным!

Тыуған ауылым урыны
Оло юлдың сатында,
Әйҙә, дуҫтар, бер йырлайыҡ
Шул ауылым хаҡында!

Ауылымдың тирә-яғы
Иген ҡырҙары, ялан.
Ауылыма бер кил әле,
Сәскә атҡанда балан.

Яҙҙар етһә, ҡар бөтмәҫтән,
Бөрөһө сыға талдың.
Яҙмышыма һис юҡ үпкәм
Ауылым, һиндә ҡалдым.


2008