Ер! Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ер!


Ҡайҙа - диңгеҙ, ҡайҙа - һауа:
Тулҡын күккә олғашҡанмы,
Әллә күктәр баштүбәнгә
Түңкәрелеп аҙашҡанмы...
Нәҡ әфлисун ҡыйпылсығы -
Әллә карап, әллә осаҡ,
Төшөнмәҫлек:
лайнерымды
Болотм(о), әллә тулҡын ҡоса.
Аңланым мин, ниһайәт тә,
Ер! тип ауаз һалыусыны,
Бетеү итеп сәфәренә
Семтем тупраҡ алыусыны.
Йолмаһын Хоҙай ғүмерҙән
Осҡанымда, йөҙгәнемдә,
Ер генәмә ерҙәр итһен
Фаныйлыҡтан өҙгәнендә.

Был шиғырҙы мин бер-бер артлы ике
һиҫкәндергес төш күргәс яҙғайным. Беренсеһендә
йәмһеҙ ҡара болоттар араһына ҡурҡыныс тауыш
сығарып күкһел самолет инеп китте.
Икенсе юлы киоск кеүек будка янында торам
икән тип күрҙем. Эре-эре йондоҙло күктән ҡапыл
Сатурн түбәнгә атылды ла, будкаға тейә
яҙып осоп уҙып китте.
Шиғырҙы "Йәшлек" гәзитенә тапшырып, июнь айында
донъя күргәс, күп тә уҙманы, июль төнөндә
Боден күле өҫтөндә һәләтле балаларыбыҙҙы
алып китеп барған самолет шартланы...
Мәтам Совет майҙанында уҙҙы. Мин төшөмдә
күргән будка янында баҫып торҙом...
Мистика...


2012


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.