Jump to content

Ел һәм Наил(шиғыр). Рауил Шаммас

From Wikisource
Ел һәм Наил (Шиғыр )
автор Рауил Шаммас
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек/ӨФө"Китап",1996 йыл


Ел һәм Наил


 Ҡайтып бара Наил мәктәбенән,
 һуғыша-һуғыша шаян ел менән.
 Ел һөйрәкләй артҡа сабыуынан,
 Йә тартҡылап ҡуя еңенән, 
Йә һыҙғыра килеп ҡолағына.
 Малай алға, артҡа әйләнә.
 Ниңә әле бөгөн ел Наилға
 Бер туҡтауһыҙ шулай бәйләнә?
Ел сыҡты ла алға йүгереп кенә
 Асып ҡуйҙы дәфтәр мөйөшөн:
 — Әһә, «ике»!
 Ах, һин ялҡау малай!
 Эшләмәгән икән өй эшен.


1996 йыл