0%

Еләк йыйҙыҡ(шиғыр). Кәтибә Кинйәбулатова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Еләк йыйҙыҡ (Шиғыр)
автор Кәтибә Кинйәбулатова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Еләк йыйҙыҡ


 Беҙ урманда
 Еләк йыйҙыҡ.
 Тәгәс тулды,
 Үҙебеҙ туйҙыҡ.
 Еләктәрҙең
 Иң ҡыҙылын
 Әсәйҙәргә
 Һайлап ҡуйҙыҡ.


1996 йыл