Jump to content

Еләк йыйғанда(уйын). Фәүзиә Рәхимғолова

From Wikisource
Еләк йыйғанда (уйын)
автор Фәүзиә Рәхимғолова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Еләк йыйғанда


 Был уйында унлап бала ҡатнаша ала. Бер нисә бала йырлай-йырлай еләк йыйып йөрөй.
 Бөтә ер бик матур,
 Аҡландың түре юҡ.
 Еләк бар, бүре юҡ,
 Еләк бар, бүре юҡ. 
 Ҡошсоҡтар һайраша,
 Моңо бар, һүҙе юҡ.
 Еләк бар, бүре юҡ,
 Еләк бар, бүре юҡ.
 Эй уңған емештәр —
 Суҡлы-суҡ, суҡлы-суҡ!
 Еләк бар, бүре юҡ,
 Еләк бар, бүре юҡ.
 Бер аҙ еләк йыйғас, аранан берәү:
— Йыя-йыя арып бөттөк, әйҙәгеҙ, әҙерәк ял итеп алайыҡ,— ти. Уның һүҙен башҡалар ҙа ҡеүәтләй:
— Эйе шул, бынауы түмәргә ултырып ял итәйек!
— Ял итәйек!
— Ял итәйек!..
Балаларҙың түмәргә килеп ултырыуы була, түмәр-бүре ырылдап, ажғырып, бөтәһен бер юлы баҫтыра башлай, һәр кем бүре тырнағына эләкмәҫкә, тоттормаҫҡа тырыша. Майҙан шау-шыуға күмелә. Бүре берәйһен тотоп алғас ҡына, тынлыҡ урынлаша. Тотолған кеше тағы түмәр, йәғни бүре, булып ята. Уйын яңынан башлана. Етеҙ бала был уйын барышында һис ҡасан да бүре булмай.
Ә уйынды башлаған саҡта кем бүре булырға тейеш һуң? Бүрене билдәләү өсөн балалар түңәрәккә баҫа ла, араларынан береһе һамаҡлай. Ул һүҙҙең һәр ижеге һайын ҡулы менән түңәрәккә баҫыусыларға ҡағылып ала. һамаҡтағы һүҙҙең иң һуңғы ижеге кемгә тура килә, шул бүре була. Мәҫәлән:
 Та-ба, та-ба, та-ба-ла-ма,
 Тау аҫ-ты-нан юр-ға-ла-ма,
 Ке-ше күр-һәң, һин кеш-нә-мә,
 Ү-лән ба-шын теш-лә-мә.
Был осраҡта, «мә» ижеге тура килгән кеше бүре була.
Ҡыҙыҡлы һамаҡтарҙы балалар үҙҙәре лә уйлап сығара ала.


1996 йыл