Jump to content

Еләк-бер силәк(шиғыр). Фәүзиә Рәхимғолова

From Wikisource
Еләк-бер силәк (Шиғыр)
автор Фәүзиә Рәхимғолова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Еләк-бер силәк


 Көлә-көлә Тәнзилә
 Еләктән ҡайтып килә.
 Бер ҡарай еләгенә,
 Бер ҡарай силәгенә.
 Бөтә кеше туҡталып,
 Ҡарап тора һоҡланып:
 Бише тулған икән шул,
 Ҙур ҡыҙ булған икән шул!
 «Арыманым, талманым,
 Бер ҙә артта ҡалманым.
 Болон тулы ер еләк,
 Йыйҙым,— ти ул,— бер силәк!»


1996 йыл