100%

Елкән (Лермонтов)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Елкән
автор Михаил Юрьевич Лермонтов (18141841)
Ҡара 1832 йылғы шиғырҙар. «Гүзәл Ситдиҡова тәржемәләре» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 1832. Нәшер ителгән: 1841[1]. Сығанаҡ: ФЭБ (1954) • Тулы йыйынтыҡта №310 (ПСС 1989).



Елкән


Томан аша яңғыҙ аҡ елкәнкәй
Төҫмөрләнә диңгеҙ өҫтөндә
Ватанынан ниңә китте икән,
Нимә эҙләй икән сит илдә?..

5Тулҡын уйнай – елдәр һыҙғырыша,
Ыңғыраша елкән ағасы,
Юҡ-юҡ, бәхет эҙләп китеп бармай,
Бәхеттән дә ҡасып бармайсы!

Баш өҫтөндә – алтын ҡояш нуры,
10Зәңгәр аҡыҡ кеүек ян-яғы
Ул дыуамал иһә дауыл көҫәй
Дауылдарҙа барҙай йән ялы


1832



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
  1. Беренсе тапҡыр «Отечественные записки» журналында баҫылған, 1841, том XVIII, № 10, отд. III, с. 161..