0%

Ейәнемә өс ай! Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ейәнемә өс ай! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 18.12.2014.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Һиңә әле өс ай ғына,
Һиңә кәрәк әсәй генә,
Һиңә кәрәк атай ғына –
Һиңә әле өс ай ғына!

Әсәйең һин йоҡлағанда
Өлгөрә эсеп сәй генә,
Ҡурҡмай һине уятыуҙан
Әлегә тик бесәй генә.

Әйҙә, бесәй, рәхәт йөрө!
Аулаҡ һиңә әле генә!
Ярты йылдан рәхәт булыр
Ул йоҡлаған мәле генә!