0%

Дәрес. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Дәрес (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Дәрес


Тупаҡ ҡына, ҡырыҡ ҡына
Мөғәмәләң.
Минме әллә ғүмерлек бер
Мөғәллимәң?

Йәнемдәге бар байлыҡты
Түкмәй-сәсмәй
Һиңә илтәм.
«Өйрәтмә! – тип,–
Юҡ, кәрәкмәй!» –

Ҡыра һуғып төшөрәһең
Рухым көсөн.
Минең һаман йәнем әрней
Һинең өсөн…