100%

Дуҫлыҡ. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Дуҫлыҡ*
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Дуҫлыҡ


Дуҫ тигәнең тыштан матур, эстән мөрдар* булмаһын,
Донъяһы тар булһа булһын, күкрәге тар булмаһын.
Бар көнөңдә дуҫ булып, тарлыҡта ташламаһын,
Бер ваҡытта хәжәт булып, заллына* зар* булмаһын.
Ғәйебенә күҙ һалма дуҫтың - ғәйебе мәнзур* түгел,
Ғәйебе асыҡ булһа булһын, ғәйеп асыусы булмаһын.
Уйҙа ғына булған дуҫҡа көйҙәшлек мәшрут* түгел,
Ҡалыбы башҡа булһа булһын, ҡәлебе башҡа булмаһын.
Һәр һораған бәндәнең бәхеттән өлөшө бар -
Һин химар* тип хурлағаның заты толпар булмаһын.
Кейеме туҙған булғанға насар уйлау матлуб* түгел -
Һин ғораб* тип уйлағаның заты шоңҡар булмаһын!
Бәхет алыуға һәр ғамға* шарт түгел Бағдад, Хәләб,
Йорто Болғар булһа булһын, йортто болғар булмаһын.
Ижад итеүсе - мөләҡҡаб* дәрдмәнд Аҡмуллағыҙ,
Донъяла хур булһа булһын, мәржәғе* нар* булмаһын.



Аңлатмалар

  • «Дуҫлыҡ». «Аҡмелла әфәнденең иншад итдеке манзуматы...» (Ҡазан, 1904) йыйынтығы ошо әҫәр менән тамамлана. Шуға ла китапта ул «Хатимә» («Эпилог») тип исемләнгән. Ә. Харисов уны үҙ китабына «Ғәйебенә күҙ һалма дустың...» тип индергән. Бында уға исем йөкмәткеһенән сығып бирелде[1].
  • Мөрдар (ғ.) — насар, әшәке
  • Заллына (ғ.) — аҙғын, боҙоҡ
  • Зар (ф.) — дарманһыҙ, көсһөҙ, зәғиф
  • Мәнзур (ғ.) — иғтибарға лайыҡ
  • Мәшрут (ғ.) — шартлы, мотлаҡан
  • Ҡәлеб (ғ.) — күңел, йөрәк
  • Химар (ғ.) — ишәк
  • Матлуб (ғ.) — талап ителгән, кәрәкле, тейешле
  • Ғораб (ғ.) — ҡарға
  • Ғам(ғ.) — ябай кеше
  • Мөләҡҡаб (ғ.) — аталған, ҡушылған, ҡушаматлы
  • Мәржәғ (ғ.) — барыр ер
  • Нар (ф.) — ут, ялҡын; тамуҡ.

Иҫкәрмәләр

  1. Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.