Jump to content

Дуҫлыҡ(шиғыр). Фәүзиә Рәхимғолова

From Wikisource
Дуҫлыҡ (Шиғыр)
автор Фәүзиә Рәхимғолова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Дуҫлыҡ


 Күлдә йөҙгән өйрәккә
 Килеп ҡунды күбәләк,
 Алыҫ ярға еткәнсе
 Йөҙҙө улар бергәләп.
 Гөлгә осто күбәләк,
 Рәхмәт әйтте өйрәккә.
 Был дуҫлыҡҡа ҡыуанып,
 Ҡош һайраны тирәктә.


1996 йыл