Доға. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Доға[edit]

Йыланға ла табынғанбыҙ,

Торнаға табынғанбыҙ,

Бәндәне Аллаһ тип белгән

Ҡолдарға тағылғанбыҙ.

Балбалдар ватылып бөткән,

Китаптар яндырылған,

«Алла - шул!» - тип инандырып

Портреттар яҙҙырылған.

Сүплеккә оса улары,

Үҙгәрә ҡиблалары,

Әйләнсек һарыҡ хәлендә

Әҙәмдең балалары.

Залимлыҡ ҡылынған һайын

Һылтанып заманаға,

Ғалимдар ҙа баҙап ҡала

Әүерелеп томанаға.

Мөхәммәт! Һуңғы Пәйғәмбәр,

Ишетеп торһаң әгәр:

Өммәтең яҙлығып бара,

Тарала ағыу зәһәр.

Мөхәммәт! Аллаһ Рәсүле -

Ишеткем килә һүҙең:

Оноттомо Аллаһ беҙҙе,

Бәндәләме юҡ түҙем?!

Ҡай(һы) тошта аҙашҡанбыҙ ҙа

Ҡайҙарҙа һөрлөккәнбеҙ -

Түҙалмай хөрлөккәме лә,

Сыҙамай көрлөккәме?

Сиктән тыш фәҡирлектәнме

Ҡылына көфөрлөктәр,

Наҙанлыҡ баҫып киткәнме

Айырып саф ерлектән?

Иманһыҙ хәйлә алдында

Яҡлауһыҙ садә балаң.

Ҡурсала беҙҙе, Мөхәммәт (с.ғ.с),

Ярлыҡа беҙҙе, Аллам!

Амин!


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.