Диңгеҙсе Зариповтар

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Диңгеҙсе Зариповтар
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Диңгеҙсе Зариповтар // «Башҡортостан» гәзите, 2013, 19 март


Диңгеҙсе Зариповтар

Ир-егет өсөн атай — иң юғары үрнәк. Халҡыбыҙҙың аҫыл вәкилдәре, төп һөнәр итеп Ватанды һаҡлауҙы һайлаған аталы-уллы Генрих менән Артур Зариповтар был фекерҙе үҙ яҙмышы менән раҫланы. Нефтекама ҡалаһындағы, Краснокама һәм Яңауыл райондарындағы бөгөнгө эштәре менән дә улар күптәргә таныш. Зариповтарҙың диңгеҙсе династияһын башлаусы Әмир Әнүәр улы ла заманында үҙ төйәгендә билдәле шәхес була.

Әмир Әнүәр улы[edit]

1912 йылда Яңауыл районындағы Иҫке Артауыл исемле боронғо башҡорт ауылында тыуған. Ата-әсәһе уҡымышлы, хәлле булғанлыҡтан, егет үҙ ауылында мәҙрәсәлә уҡый, һуңынан эшсе-крәҫтиән мәктәбен тамамлай, заманы өсөн белемле булып буй еткерә, әрмегә уны Тымыҡ океан флотына алалар. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, райондың Аҡылбай ауылындағы колхозда иҫәпсе була, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, бронь буйынса тылда эшен дауам итә.

Бала саҡтан моңға ғашиҡ Әмир Зарипов халыҡ йырҙарын матур итеп башҡарған, шиғырҙар ҙа яҙған. Күрше ауыл егете, ул саҡта инде әҫәрҙәрен матбуғатта баҫтыра башлаған билдәле яҙыусы, тиңдәше Ғайнан Әмири менән дуҫ булған. Флотта хеҙмәт иткән ваҡытта урыҫ телен һәйбәт үҙләштерә, күп уҡый, донъя әҙәбиәтенең нәфис өлгөләре, шул иҫәптән бөйөк немец шағиры Г. Гейне әҫәрҙәре менән таныша. «Үҙем Ғайнан дуҫ кеүек шағир була алманым, Гейнеға оҡшап улым шағир булһын», тип Генрих исемен ҡуша. 1942 йылда фронтҡа алынып, башта Алыҫ Көнсығышта диңгеҙҙә хеҙмәт итә, һуңынан ауыр һуғыштар барған Көнбайыш фронтҡа күсерелә. 1943 йылдың сентябрендә Смоленск өлкәһен дошмандан азат иткәндә батырҙарса һәләк була.

Генрих Әмир улы[edit]

“Атайымды моряк формаһында төшкән фотоһүрәттәренә ҡарап ҡына беләм. 1942 йылда ул фронтҡа киткәндә мин ике йәштә генә ҡалғанмын”, — ти Генрих Әмир улы. Атаһы теләгәнсә шағир булмаһа ла, уның өлгөһөндә диңгеҙсе һөнәрен һайлай: һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә ул.

Бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән буласаҡ диңгеҙсенең. Бөгөн Нефтекамаға ҡараған Әмзә ауылында ете класты тамамлағас, тиҫтерҙәре менән Удмурт АССР-ының баш ҡалаһы Ижевскиға юллана. Көндөҙ эшләй, кистәрен эшсе йәштәр мәктәбенә йөрөй, бер ҙә һынатмай йәш егет: спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә, дөйөм сараларҙың да уртаһында ҡайнай. Бер мәл “Комсомольская правда” гәзитендә баҫылған белдереү уны алыҫ юлға саҡыра. 1961 йылда Генрих Ленинградтағы Юғары Хәрби-Диңгеҙ инженер училищеһына уҡырға инә. Илебеҙҙә атом энергияһын ҡулланыуҙы киңәйтеү эше киң йәйелдерелгән осор романтикаһы тәьҫирендә махсус энергетик ҡулайламалар факультетын һайлай. “Атайыма оҡшарға тырышыу, йәшлек дәрте ярҙам иткәндер, — тип хәтерләй ул саҡтарҙы Зарипов. — Конкурс ҙур ине, бер урынға 11 кеше, имтихандар бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырманы, барыһын да уңышлы тапшырҙым”. Тәртипкә ярашлы, училищеға ҡабул ителгәндәрҙе бер йылға матрос хеҙмәтенә ебәрәләр. Шулай башланып китә уның хәрби юлы. Ә һуңынан биш йыл буйы Хәрби-Диңгеҙ флотына яңы килә башлаған беренсе быуын атом һыу аҫты кәмәләре буйынса белгес һөнәрен үҙләштерә. Йәйге каникулда тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ғүмерлек мөхәббәтен осрата. Бөрө педагогия институтында уҡыған Исхаҡ ауылы һылыуы Зөһрә Зиәфәт ҡыҙы яулай уның дәртле йөрәген. Йәштәр яҙмыштарын бергә бәйләй, уҡыуҙы ла бер йылда тамамлай.

Училищеның һуңғы курсында Тымыҡ океан флотының атом һыу аҫты кәмәһендә диплом алды практикаһы үткәндә, үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәткән лейтенант Зариповты хеҙмәткә саҡыралар. Килеүенең икенсе көнөндә уҡ һыу аҫты кәмәһе донъя океаны киңлектәренә дүрт айлыҡ хәрби дежурға сыға. Ике айҙан һуң, тыуған ерҙән бик алыҫта булғанда, Генрихҡа улы тыуыуы тураһындағы хәбәр килеп етә.

Айҙар буйы һыу өҫтөнә күтәрелмәй тәрән океан ҡуйынында йөҙөүсе кәмәлә хеҙмәт еңелдән булмай. Ә быға тәүге быуын атом һыу аҫты кәмәләренең диңгеҙсе һаулығына кире йоғонтоһон да өҫтәһәң... Был турала һөйләү, дәүләт серен сисеүгә тиңләнеп, күп йылдар тыйылып килде. Ватанды һаҡлау буйынса изге бурысты намыҫ менән үтәү һәр хәрби хеҙмәткәр өсөн бар нәмәнән өҫтөн ҡуйылды. Һыу аҫты кәмәһенең сикләнгән арауығында оҙаҡ ваҡыт кондиционер һауаһы һулап, яһалма таҙартылған һыу эсеп, ил именлеген тәьмин итеү халҡыбыҙҙың рухи яҡтан көслө һәм ныҡлы егеттәре иңенә һалынды.

Үҙ-үҙенә үтә талапсан, бар ҡушылғанды еренә еткереп эшләргә өйрәнгән Генрих Әмир улы беренсе быуын атом һыу аҫты кәмәһендә ун йыл хеҙмәте дәүерендә карапта реактор, электр һәм механик өлөштәре эше өсөн тулыһынса яуаплы була. Ә был — үҙ һөнәренең ысын оҫтаһына ғына ышанып тапшырылған бурыс.

“Һыу аҫты кәмәһендәге хеҙмәт — үҙе айырым ғүмер ул", — ти Генрих Әмир улы.

1977 йылда һыу аҫты кәмәләре өсөн иң яңы ҡоралдар етештергән хәрби заводҡа күсерелә Г. Зарипов. Хеҙмәттә алған бай тәжрибәһен уларҙы көйләүҙә уңышлы ҡуллана. Тағы ла ун йылдан, булған бүләк-наградаларына “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалын өҫтәп, икенсе ранг капитаны дәрәжәһендә запасҡа сыға диңгеҙсе.

Артур Генрих улы[edit]

Ул да атаһы юлынан китә. 1984 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Севастополь Юғары Хәрби-Диңгеҙ инженер училищеһына уҡырға инә. Унан атаһы өлгөһөндә ядро реакторҙары буйынса юғары хәрби белем алып сыға. Артабан хеҙмәт итергә Артур Камчаткаға юллана. Тағы ла атом һыу аҫты кәмәһе. Ең һыҙғанып хәрби хеҙмәтен башлай йәш лейтенант. Ата-әсәһенән күскән күркәм сифаттар Артур Генрих улына ла тиҙ арала үҙ эшенең ысын оҫтаһы булырға ярҙам итә. Биш йыл хеҙмәт итә ул Тымыҡ океан флотының атом һыу аҫты кәмәһендә, хәрби бурысын үтәп, донъя океанында бер нисә оҙайлы походта ҡатнаша. Билдәләнгән ваҡыттан күпкә алдараҡ капитан-лейтенант дәрәжәһе ала, етәкселектең бихисап маҡтауына лайыҡ була. “Һыу аҫты кәмәһендәге хеҙмәт шул уҡ эш инде, тик ул ҡәҙимге тормоштағынан ауырыраҡ та, яуаплы ла", — ти Артур Генрих улы.

...Кеше тормошо көтмәгәндә төрлөсә борола бит. Ил етәкселегенә үҙҙәрен «демократ» тип атаусылар килгәс, Ватанды һаҡлау икенсе планға күсте. Хәрбиҙәрҙең матди хәле үтә мөшкөлләнде, иртәгәһе көнгә ышаныс юғалды. Инде үҙенең ике улын аяҡҡа баҫтырып, кеше итергә тейеш булған диңгеҙсе Артур Зарипов яратҡан хеҙмәтен ҡалдырырға мәжбүр була. Бөгөн ул ата-әсәһе, ҡатыны һәм башҡа туғандары менән берлектә үҙ эшен асҡан, ләкин һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән йылдарын ғорурланып иҫкә ала.


Ансар Нуретдинов.


Нефтекама ҡалаһы.

CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.