0%

Даһи йәр. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Даһи йәр (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Даһи йәр


Түҙер әмәлем ҡалманы,
Илаһи йәр, даһи йәр!
Күҙемдең ситенә генә
Күренеп ҡалһаңсы бер.

Олаҡты шиғыр ҡайҙалыр,
Юғалды моң, ҡасты йыр...
Мөлдөрәп һинең тарафҡа,
Ялбарам, ҡайт, даһи йәр.

Бер саҡ урап ҡайтты шиғыр,
Мөхәббәтле, изге бур:
Күҙҙәрендә — һинең ҡараш,
Иңдәрендә — һинең нур...