0%

Гөр килә өйҙөң эсе(шиғыр). Кәтибә Кинйәбулатова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Гөр килә өйҙөң эсе (Шиғыр)
автор Кәтибә Кинйәбулатова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Гөр килә өйҙөң эсе


 Кескәй туғанымды беҙ
 Ҡойондора башлаһаҡ,
 Гөр килә өйҙөң эсе,
 Йүгерә бөтә кеше.
 Өләсәйем бишеккә
 Йылы йүргәктәр ҡуя.
 Кескәй ваннаға әсәй
 Самалап һыуҙар ҡоя.
 Атайым туғанымдың
 Юрғанын асып ҡарай:
 — Беҙ әҙер,— ти,— ә үҙең
 Ыһ та итмәйһең, малай.
 Кескәй туғанымды гел
 Ҡойондорабыҙ шулай.
 Беләһегеҙме уны —
 Исеме уның-Юлай.


1996 йыл