0%

Гөлөм(шиғыр). Айһылыу Йәғәфәрова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Гөлөм (Шиғыр)
автор Айһылыу Йәғәфәрова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Гөлөм


Әсәйем сәскә ярата.
Мин беләм.
Тамсы гөлдәр үҫтерәм мин,
Һыу һибәм.
8 Март байрамы
Көнөндә
Әсәйемә бүләк иттем
Гөлөмдө.
Шатлыҡ балҡый әсәйемдең
Йөҙөндә:
— Ҙур булып үҫсе,
                гөлкәйем,
Үҙең дә.
 


1996 йыл