Jump to content

Гөлнарҙың етеһе(шиғыр). Рәми Ғарипов

From Wikisource
Гөлнарҙың етеһе (Шиғыр)
автор Р. Ғарипов
Ижад итеү ваҡыты: билдәһеҙ. Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы"-1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Гөлнарҙың етеһе


 Февраль һыҙғырғас,
 Март та шарт итте.
Шунда Гөлнарҙың
 Етеһе етте,
Етеһе етте —
 Ни хәл итергә?
 Ни һуң Гөлнарға
 Буләк итергә?
Сапты атаһы
 Әллә ҡайҙарға!..
 Тыуған көнөнә
 Ни һуң һайларға?
Кейем алырға
 һай уның кеҫә.
 Етмәһә, Гөлнар
 Үҫә лә үҫә!..
 Коньки, саңғымы?
 Инде йәй етә!..
Ә көҙгә Гөлнар
 Уҡырға китә.
Шуға атаһы
 Алды ла ҡайтты
 Уға «Әлифба».
— Йәйғор дуғалай,
 Ете нур булып, .
Бәхетең,— тине,—
 Торһон урғылып!
 «Әлифба» тигән
 Серле ил бары
 Аҡ юлдан илтер
 Һине, Гөлнарым!


1996 йыл