0%

Гөлзәйнәптең уйынсыҡтары(хикәйә). Ф.Фәтҡуллина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Гөлзәйнәптең уйынсыҡтары(хикәйә). Ф.Фәтҡуллина ( хикәйә )
автор Ф.Фәтҡуллина
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Гөлзәйнәптең уйынсыҡтары


 «Яңы ҡурсаҡ алайыҡ»,— тип, Гөлзәйнәп нисә көн инде әсәһенең артынан ҡалмай. Магазинда булһасы ҡурсаҡ тигәндәре?! Барып ҡына алыр инең дә ул...
Ял көнө килеп етте. Әсәһе Гөлзәйнәпте урманға алып китте.
— Ҡурсаҡ-маҙар унда бик күп,— тине.
— Урманда ла магазин бармы ни?— тип аптыраны Гөлзәйнәп.
— Барайыҡ әле, күрерһең...
Гөлзәйнәп менән әсәһе күп итеп тубырсыҡ, имән сәтләүеге, ҡабырсаҡ, емеш төштәре йыйҙы.
— Урман бүләк иткән хазинанан үҙебеҙ тәтәйҙәр яһап алырбыҙ, ҡыҙым,— тине әсәһе.
Ысынлап та, уларҙың уйынсыҡтары бик матур килеп сыҡты. Әллә ни ҡыйын да түгел икән тәтәй яһап алыуы! Төлкө менән убырлы ҡарсыҡты шыршы тубырсыҡтарынан йәбештерҙеләр. Эт менән бесәй эшләү өсөн ҡабырсаҡтар ярап ҡалды. Имән сәтләүегенән бер малай килеп сыҡты.
Һеҙ үҙегеҙ ҙә шундай уйынсыҡтар эшләп ҡарағыҙ әле, ҡәҙерле дуҫтар! Нисек килеп сығыр икән?


1996 йыл