Jump to content

Гөлгөнә(шиғыр).М.Дилмөхәмәтов

From Wikisource
Гөлгөнә(шиғыр).М.Дилмөхәмәтов (Шиғыр )
автор М.Дилмөхәмәтов
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Гөлгөнә


 һәнәр белгән кешеләрҙең
 Йөҙөнән нур һибелә,
 һәр береһе эше менән
 Хеҙмәт итә иленә.
 — Ҙур үҫкәс тә ә һин үҙең
 Кем булаһың, Гөлгөнә?
 — Өләсәй булам, сөнки ул
 Ҡунаҡ була гел генә.


1996 йыл