Гәнжә төнө. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Гәнжә төнө


Йылмайыуға оҡшаш айҙың
Нурҙары бәрәкәтле,
Гранат тошо һипкәнме ни -
Йондоҙло күк бәрхәте.
Көмөш үркәс Ҡаф тауҙары
Аҡ нағышҡа ҡайылған.
Алтын айы манараның
Нурлана күк айынан.
Сылтыр-сылтыр тау шишмәһе -
Гүйә Кәүҫәрҙең үҙе.
Ишетелер төҫлө айға
Бышылдап әйткән һүҙең.
Әйүә-мәйүә еҫе менән
Тулышҡан Гәнжә төнө,
Тыңлайым йондоҙҙар өнөн,
Тыңлайым тупраҡ өнөн.
Һәр тарафтан бер моң килә,
Йөрәктәргә үтә бит.
Моңға юлдар урау түгел,
Моңға юлдар түтә бит.
Был тупраҡта шағир тыуған,
Низами ул Гәнжәүи,
Тылсымлылыр, тимәк ере,
Булмаҫ ябай, бәндәүи.
Аҡыллы хис, хисле аҡыл
Хастыр ул тик даһиға,
Йырына һыйған кешелек,
Йырына һыйған Йыһан.
Шул бейеклек ҡаяһына
Бәреләм дә ыуалам.
Йоҡмаҫ инде шағирлығы -
Шағир булып тыуалар.
Тик шулай ҙа был миҙгелдә
Мин дә шағирҙың үҙе.
...Ишетелмәһә, тойола
Алланың әйткән һүҙе.
1983. Әзербайжан


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.