Гәлсәр һыуыҡ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


ГӘЛСӘР ҺЫУЫҠ
Һыуыҡ - гәлсәр быялалай
Сирт кенә - китә сыңлап,
Атларға ла ҡурҡып торам,
Көмөш сыңдарын тыңлап.

Ҡар өҫтөндә һанһыҙ осҡон,
Ҡамалай һалҡын ялҡын,
Хатта ҡояш өшөттөрөп
Боҙ сыраҡ булып балҡый.

Аҡ келәмдә балан баҙрай,
Алҡаһы- ҡыҙыл яҡут,
Турғайҙар ҡуна, уларҙа -
Ем эҙләр ҡыҙыу ваҡыт.

Ал таҫмалар елберҙәтеп
Сабып уҙҙы пар аттар -
Туй ылауы ут уйнатты...
Гүйә көнгә эҫе ҡапты -
Бейеп китте аяҡтар.


2015


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.