Гүзәл Ситдиҡова. Осрашыу

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *




(Донъянан иртә киткән әхирәтем иҫтәлегенә)
Осрашыуға барам, осрашыуға,
Ҡайҙа, ниндәй күлдәк кейәйем?
Зәңгәрҙәрен бик оҡшата ине,
Кейгән дә юҡ әле был йәйен.
Кейәйемсе шуны, кейәйем.
Салбарҙы ла алам көлһыуынан,
Ул яратҡан төҫтәр - өҫтөмдә,
Ҡаптырмалар - уның бүләктәре,
Ул һоҡланған салт күк төҫөндә.
Туфлиҙарым... Өр-яңылар әле,
Бер кейелгән көйө һаҡлана
Теге саҡтан.
Галстук һайлар кәрәк,
Ойоҡбаштар кәрәк - аҡтан-аҡ.
Осрашыуға шулай йыйынды ир,
Хушбуй һипте - йәре һөйгәнде.
Таныш ҡайын үҙен ҡаршы алғас,
Ғәҙәтенсә, уға һөйәлде.
Күҙен йомоп бер аҙ баҫып торҙо,
Керпек араһынан күҙәтеп
Аҡ ҡайындар араһынан сығып
Һөйгән йәре хәҙер һүҙ әйтер.
Ал сәскәле күлдәк кейгән булыр,
Ебәк сәсе елгә таралыр,
Ана шәүлә, уны күрмәй генә
Аймылышып үтеп баралыр.
Туҡта,китмә, мин бит бында йәнем,
Кисерәһе бергә күп әле,
Бергә шатланаһы, йәш түгәһе,
Бәхет-ғазаптарын күрәһе.
Ғәфү үтенмәгән ғәйептәрем,
Бүләк ителмәгән бүләктәр.
Һаҡһыҙ әйтеп йәш түктергән өсөн
Бөтөралмам инде түләптәр.
Мин яраттым, тинең, ғүмер буйы,
Мин бәхетле, тинең, киткәндә.
Бәхетлерәк итә алыр инем,
Ғүмер юлын ҡабат кискәндә
...Осрашыуҙан ҡайтып бара сал ир,
Ал күлдәкле йәре янынан.
Яҙғы гөлдәр ҡәбер өҫтәрендә
Сәскә атты ҡапыл яңынан...


2013


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.