Гүзәл Ситдиҡова. Йәй - ожмах

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *



Йәй - ожмахҡа эләккән мәл,
Йәннәт ашъяулыҡтары
Емеш-еләк менән тулы -
Йөрөмә йоҡлап бары!
Ашъяулығы - шау семәрле,
Сәскә-еләкле нағыш,
Йәшәйек ожмах түрендә
Килгәнсе көҙгө һағыш.


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.