Гүзәл Ситдиҡова. "Инәкәйем - атаҡайым!"

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

"Инәкәйем-атаҡайым!"



Аптырашлы мәлдәремдә
Һиҙмәй ҡалам әйткәнемде:
"Инәкәйем, атаҡайым!" -
Бүтән һүҙ ҙә бөтә инде.
Бала саҡтан ҡалған ғәҙәт -
Хасмы беҙҙең яҡҡа ғына -
Иҫкә төшә сараһыҙҙа,
Ҡапыл ҡурҡҡан саҡта ғына.
Инде үҙем өләсәй ҙә,
Әммә тора тел осонда:
"Инәкәйем, атаҡайым!" -
Янда ғына ҡурсыусымдай.
Тылсымы бар был һүҙҙәрҙең,
Хәүефтәрҙән гүйә ышыҡ.
Уларҙы бит етемдәр ҙә
Әйтә ине бергә ҡушып.
Атай кеүек - атайһыҙға
Инәй кеүек - инәйһеҙгә,
Ниндәй ҡөҙрәт һалынған бит
Ошо ябай ике һүҙгә!
Етемлектән һаҡла, Раббым,
Сабыйҙарға бирмә ҡайғы
Бөтөн булһын күңелдәре -
Инәкәйле - атаҡайлы.


2014



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.