Jump to content

Гүзәл Ситдиҡова.Айыу баланы

From Wikisource


* * *



Балан баҡсаһы үҫтергән
Тау башында бер айыу,
Ниәте, ти, балан һатып
Йәнлек илендә байыу.
Балан бешкән - ҡыуаҡтарҙа
Ҡыҙарып янып тора
Тик берәү ҙә һатып алмай,
Барыһы башын бора.
Баҡһаң, айыу баланының
Емештәре бик тәмһеҙ,
Етмәһә, ағыуланалар
Ашап ҡуйһалар ғәмһеҙ.
Байый алмаған, ти, айыу
Ташлап ҡуйған баҡсаһын.
Белегеҙ, ғәзиз балалар,
Һәр еләк ашауға бармай
Булһа ла матур, сағыу!


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.