(Уйынлы-ысынлы)
Сәстәремде тарай ваҡыт,
Тараҡтары серле генә:
Кисә теше үтмәй ине
Ҡалын-ҡалын үремемә,
Бөгөн эше үтә еңел -
Йылт итә лә сәсем өйә,
Йөктәремдең кәмеүенә
Ишаралай сәсем гүйә.
Инйәремдең һыуы кеүек
Йомшаҡ ҡына толомомдан
Хәүеф тартты, өҙөп киттем
Кеҫәрткенең ҡойроғондай.
Үремемә ҡара көнсөл
Дегәнәктәр ҡаҙағанда
Йолҡа-йолҡа сүпләп алдым,
Иламаным тарағанда.
Замананың уҫал ҡулы
Сәсебеҙҙән матҡып тотоп
Сүктерергә ергә тартты,
Әммә түҙҙек, йәште йотоп.
Ваҡыттарҙың йыш тарағы
Нәҙегәйтә толомдарҙы,
Нәҙегәйтә толомдарҙы,
Оноттормай золом барҙы.
Башыбыҙҙан һыйпап ҡына
Тормағанға яҙмышыбыҙ
Тернәкләнеп беҙ үҫкәнбеҙ,
Юғалмаған һис һушыбыҙ.
Үсәмә, еңдем быны, тип
Ғүмерең, тип, үтеп бара,
Сәс кәмене, хәҙер уны,
Ваҡыт, матҡып тотоп ҡара!
Йәшәйбеҙ әле, Алла бирһә…
2008, сентябрь