0%

Ваҡытым юҡ. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ваҡытым юҡ. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 28.03.2014. Нәшер ителгән: 12.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Ваҡытым юҡ


Ҡара уйҙар минең менән
Бүлешмәгеҙ,
Ғәйбәт һөйләр өсөн миңә
Инешмәгеҙ.
Һағыш-ҡайғы менән килһәң,
Йыуатырмын,
Күңелеңдең болоттарын
Таратырмын.
Донъяларҙан әгәр арып,
Хәлдән тайһаң,
Йәшәү дәртең ҡабат ҡайтыр,
Ярҙам алһаң.
Шатлыҡ бүлешергә булһа-
Ишек асыҡ!
Шатланырмын һеҙҙең өсөн
Һеҙҙән дә ныҡ.
Кәңәш һорап килеүселәр
Түргә үтһен,
Мөмкин тиклем ярҙамыма
Өмөт итһен.
Ҡорот-баллап сәй эсербеҙ,
Кәңәшләшеп,
Хәсрәттәрҙе таратырбыҙ
Бергәләшеп.
Изге уйҙар уйлағанға
Күңелем туҡ.
…Этлек уйлап йөрөгәнгә –
Ваҡытым юҡ!


28.03.2014