0%

Ватан менән Ил һәм Юл тураһында белек. Закир Зиннәтуллин

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ватан менән Ил һәм Юл тураһында белек (Героик поэма)
автор Закир Зиннәтуллин
Ижад итеү ваҡыты: 2009. Нәшер ителгән: 2009.


1.Һорауҙар


ВАТАН ТУРАҺЫНДА БЕЛЕК


I. ҺОРАУҘАР

1. Ултырығыҙ, ҡорҙаштарым, әүәлгесә,
Һүҙ алығыҙ, яуҙаштарым, элеккесә,
Өҫтәйек беҙ ҙур усаҡҡа тағы утын,
Һүҙҙәребеҙ бөгөн булыр яй hәм оҙон.

2. Туҡтап, тынып ҡалыр тирә-яҡта бары,
Мышнамаҫтар үрештәге мал-тыуары.
Ҡарт имәндәр, беҙҙе тыңлап, уйға талыр,
Бейек тауҙар, ҡолаҡ hалып, хайран ҡалыр.

3. Тыңлай белhәң, ул имәндәр асыр серен,
Түкмәй-сәсмәй еткерерҙәр hәр бер hүҙен.
Ул серҙәрҙә тупланғандыр оло аҡыл,
Шул серҙәрҙә hаҡланалыр беҙҙең асыл.

4. Риүәйәттәр, хикәйәттәр иҫкә төшөр,
Ҡан ҡуҙғытып, ҡорал саңы ишетелер.
Яу ораны йөрәктәрҙе елкендерер,
Яралы ат кешнәүҙәре тетрәндерер.

5. Иҫкә төшөр миҫтәрҙәге иҫке заман,
Донъябыҙҙың төп терәге булған иман,
Һаҡта торған бөйөк яугир — алла Ватан,
Мең ҡәhәрле Әхримән hәм Ахыр Заман.

6. Ултырайыҡ күңел асып, йырау тыңлап;
Ебәрер ҡарт нотоҡтарҙан hүҙен башлап,
Яйлап, hуҙып, бик боронғо белек әйтер,
Ваҡиғалар, исемдәрен теҙеп китер:

7. ...Кәртә булып яҙыҡ юлға иман ятыр,
Халҡыбыҙға яҡтылыҡҡа юлды табыр.
Яҡшылыҡты айырыр ул яуызлыҡтан,
Изгелекте — яман эштән, яhиллыҡтан.

8. Алғастыға алғасҡыны ул йүнәлтер,
Ҡараңғыла беҙгә юлды ул күрhәтер.
Юғалмабыҙ иман менән беҙ бихәбәр,
Иман юҡта юлдарыбыҙ булыр хәтәр.

9. Иман юҡта ҡуйыр бәндә кәртә-ҡанун,
Шуға бәйләр наҙан ҡолдо кәрлә Ҡарун.
Һис кәрәкмәҫ тышау малдың иплеhенә,
Сикләү, кәртә — әҙәмдәрҙең йүнлеhенә.

10. Иман менән йәшәр халыҡ тыныс, байман,
Ватан булыр уны ҡурсыр ныҡлы сайман.
Тороп ҡалмаҫ үткәндәрҙә затлы миҫтәр,
Ваҡыт иhә риүәйәткә тик тәм өҫтәр.

11. Йәштәр hорай: Иман — нимә? Кем ул — Ватан?
Түгелме ни сикhеҙ беҙҙең ошо Заман?
Кемгә янай, үҙе кем ул Ахыр Иман?
Ниҙәр булыр, етhә килеп Ахыр Заман?..

12. Әй, көйсөләр, яҡыныраҡ ултырығыҙ!
Әй, hеҙ, ҡыҙҙар, ҡубырҙарҙы тултырығыҙ!
Ҙур усаҡҡа өҫтәйек беҙ тағы утын,
Йәшәмеш ҡарт hүҙе булыр яй hәм оҙон...