0%

Бөтәһе лә үтә...Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Бөтәһе лә үтә (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Бөтәһе лә үтә


Бөтәһе лә үтә.
Һин дә үт.
Кит, һағышым,
Кит һин, кит.

Мин тотмайым һине...
Хас бер ҡош,
Ос, һағышым,
Ос һин, ос.

Ҡарама боролоп,
Атла, бар.
Бар, һағышым,
Бар, һин... бар.