Бөйрәкәй.Таңсулпан Ғарипова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй (роман)
автор Таңсулпан Ғарипова


Беренсе бүлек

* * *


Иртәнсәкәй тороп, тышҡа сыҡһам,
Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй.
Бөйрәкәйҙе һауған шул ҡыҙҙы уйлап
Өҙөлә шул минең үҙәккәй...




— Аптыраттың әле һин, Мәҙинә, — Гөлбаныу әллә төтөндән, әллә моңдан йәшкәҙәгән күҙҙәрен ҡыҙына төбәне, — кемдән отоп алдың һин был йырҙы, ә?!

— Әлләсе... — Ҡыҫҡа ғына күлдәк кейгән ҡаҡса ҡыҙ урынынан һикереп торҙо, нәҙек кенә беләктәрен, беләктәре кеүек үк нескә аяҡтарын тирә-яҡҡа болғаслап, күнегеүҙәр яһай башланы: — Бер, ике, өс!

— Ипләп, ҡустыларыңды уятырһың! Ай, ата Ғәбиҙә...

«Ата Ғәбиҙә» тимәҫлек тә түгел ине Мәҙинәһе ошо минутта: торғаны малай. Бынау муйылдай күҙҙәрендәге ҡыҙҙарға ғына хас шаянлыҡ менән һикерешкән осҡондар һәм улар өҫтөндә яңы тыуған айҙай ҡыйылған ҡашы булмаһа, кем ышаныр ине икән уның ҡыҙ бала булғанына?

Гөлбаныу көлдөксә эргәһенә сүгәләгән еренән торғас та ҡыҙына һаман тамһынып ҡарауында булды: тал сыбығылай нескә үҙе, эсендә йәне нисек тора, ә тауышы... моңо... Шундайын моңдоң ҡәҙимге бер баланан сыҡҡанына ышанырлыҡ та түгел.

Гөлбаныу үҙ алдына тәрән көрһөндө лә сөйҙәге ҡыҫҡа тунына үрелде:

— Фермаға китәйем инде мин, балам. Ҡуҙ төшкәс, ҡаҙандағы һыуҙы самауырыңа һалырһың. Ҡайнап сыҡһа, баҫ та ҡуй — мин оҙаҡламам. — Әсәһенең һуңғы һүҙҙәре инде соланға сыҡҡас ишетелде. — Кәртә яғын байҡа — һыйыр сыуын өҙгән бөгөн! Ҡустыларыңдан күҙ яҙлыҡтырма, самауырға бешеп ҡуймаһындар!

Мәҙинә иһә әсәһе әйтмәһә лә һыйыр янына олағырға ғына тора: безәүкәй донъяға киләсәк бөгөн! Мәҙинә уға Бөйрәкәй тип исем ҡушасаҡ. Әлеге йырҙы ла бит ул шуға йырланы...

Иңбашына көпөһөн һалған, аяғына әсәһенең тәрән калушын кейгән Мәҙинә, ҡура ишеге төбөнә еткәс, баҙабыраҡ ҡалды. Эстә өҙөк-өҙөк тырһылдап тын алған тауышты ишеткәс, тағы ла нығыраҡ ҡаушаны.

— Билдәш! — Үҙ исемен ишетеү менән ғәҙәттә ызылдап ҡуя торған һәүкәш был юлы өндәшмәне. — Билдәш, һиңә әйтәм! — Мәҙинә әллә һалҡындан, әллә баҙауҙан тыңлауһыҙға әйләнгән бармаҡтарын көскә ҡыбырлатып, ишектең бауын систе, һаҡ ҡына баҫып, төпкә, һыйыр ятҡан яҡҡа ыңғайланы. — Билдәшкәй, һәүкәшкәй...

Билдәш йәнә тауыш бирмәне. Мәҙинәнең, әлбиттә, һыйыр быҙаулағанын күргәне бар, тик унда, фермала, әсәһе, башҡа өлкән кешеләр була. Өйҙән сыҡҡанда быҙауларға ятҡан һыйырҙы күреп былай ҡаушармын, ҡурҡырмын тип уйламағайны ул. Мәҙинә һыйыр тиҙәге менән һыланған, хәҙер инде тош-тош ерҙән ҡубып төшә башлаған ситән кәртәнең тишеге аша эскә ҡараны. Күҙҙәре уның туп-тура һыйыр күҙҙәре менән осрашты. Ярабби... Хайуан күҙҙәренән эркелгән өнһөҙ ғазап бына-бына шартлар ҙа күҙе менән бергә атылып сығыр! Йә хоҙай, була торған булһаң, ярҙам ит Билдәшкә?! Мәҙинә йөрәге дарҫлап типкән килеш эскә үтте һәм Билдәш эргәһенә сүгәләне:

— Тәңрем... Аллам... Хоҙайым!.. — Билдәштең хәлен еңеләйтә торған доғалар булһа, ошо минутта Мәҙинә уларҙың меңен берсә ҡабатлар ине. — Әсәй, әсәкәйем... Әсәй! — Ул хәҙер генә фермаға йүгерер ине — Билдәште был хәлдә нисек ташлап китһен?!

Өҫтөнә ҡаплаған көпөһө күптән инде шыуып төшөүҙән күлдәксән ҡалған ҡыҙыҡай, ҡапыл бер ҡәтғи ҡарарға килгәндәй, кәүҙәһен турайтты, унан, ашыҡмай ғына, әсәһенә оҡшатырға тырышып, һәлмәк баҫып, һыйыр янына килде лә тулғаҡ ҡыҫымында тартышҡан йән эйәһенең осаһына ҡулын һалды. — Билдәш, йәнем, әйҙә инде, тырыш! Бесән наҡыҫ булыуҙан күтәртеү хәленә еткән һыйыр ауыр быҙауланы. Мәҙинә, терһәгенә тиклем ҡанға буялып, быҙауҙың һәр ағзаһын инәһе ҡарынынан бушатышты. Быҙауҙың артҡы тояҡтары толҡаттан айырылғанда, Мәҙинә, үҙе лә хәлһеҙләнеп, арҡаһы менән туң ергә салҡан төштө. Һыйыр йөгәнәкләнергә, торорға ынтылды ла көсө етмәне, кире урынына ятты, унан, ызылдап, быҙауын күрергә була, башын артҡа борҙо.

— Хәҙер... Сабыр ит... — Мәҙинә ҡанлы-һүлле еүеш йән эйәһен нисек итһә итеп әсәһе алдына һалды. — Инәйең ул һинең, безәүкәй, инәйең...

Билдәш ас хайуан ҡомһоҙлоғо менән быҙауын ялаған арала, бер ҡосаҡ бесән күтәреп, Мәҙинә өйгә инде лә һүрелгән усаҡтың тандыр йылыһы төшкән урынға шул бесәнде түшәне.

— Апый... — уянышып, мыжырға уйлап ятҡан ҡустыларына бойороулы тауыш менән:

— Шымығыҙ! — тине лә тағы тышҡа атылды. Хәҙер генә өйгә индермәһә, быҙау бит өшөр, туңып ҡуйыр! Мәҙинә үҙенең елкәһенән шыуып төшөп ҡалған көпөһөнә быҙауҙы һалды ла, балаһы артынан ҡуҙғалырға, йөгәнәкләргә маташҡан Билдәштең йөрәкте әрнетеп ызылдағанына ҡарамай, теше-тырнағы менән көсәнеп, быҙау ятҡан көпөнө өйгә табан өҫтөрәне...

Кис булды. Мәҙинә, дәрестәрен алып, усаҡта ялпылдаған утҡа яҡын барҙы. Гөлбаныу көлдөксә эргәһендә, бүкән өҫтөнә тас ҡуйып, көл тоноғонда Мәҙинәнең, үҙенең бысранған кейемдәрен йыуа. Ут уның оҙонсараҡ нәфис яңаҡтарын, ҡуйы керпектәре араһынан тонйорап ҡараған күҙҙәрен яҡтырта. Матур шул Мәҙинәнең әсәһе, йәш кенә. — Әсәй, хәҙер һиңә нисә йәш ул? Гөлбаныу ауыҙ сите менән генә көлөмһөрәне: — Әсәйеңдең йәше ниңә кәрәк булды, ҡыҙым? — Былай ғына, — Мәҙинә, йылыға иҙерәп йоҡлаған быҙауҙы уятып ҡуйыуҙан ҡурҡып, шыбырлауға күсте, — мин тыуғанда һиңә ун алты ғына йәш булғанмы ул, әсәй? — Шулай ғына ине шул, балам. — Уй! — Ҡапыл тетрәнеп, Мәҙинә күҙҙәрен йомдо. — Ә мин, әсәй, кейәүгә бер ҙә сыҡмайым! — Һы... Ҡыҙыҡ икән... — Әсәй, атайым... Ул ҡайтһа... — Мәҙинә ҡапыл, үҙ уйынан үҙе оялғандай, тотлоҡто. — Нимә... атайың? — Былай ғына... Ул ҡайтһа, һиңә ҡыйын булмаҫ ине тигәйнем... — Һиңә түгел, беҙгә тиң... — Безәүкәйебеҙ матур, эйе бит, әсәй? — Мәҙинә атаһы тураһындағы һүҙҙе тиҙ генә икенсегә борорға тырышты. Әсәһенән дә ул бөтөнләй икенсе нәмә: «Ниңә һин урыҫ Хашимға кейәүгә сыҡтың?» — тип һорарға иткәйне.

  • * *

Ҡаҡҡанын хәтерләмәй Мәҙинә атаһының. Эсеүен эсте. Әле ул саҡта, һуғышҡа тиклем, ауылда төшөрөштөргән ирҙәр булһа ла, Хашим кеүек илергәнсе эсеп йөрөгәндәре юҡ ине. Баҙарғамы, он һалдырырға барһынмы — Хашимдың айыҡ ҡайтҡаны булманы. Шуға күрә лә ауылдаштары ике Хашимдың береһенә «урыҫ» ҡушаматы таҡты. Икенсе Хашимға яҙған ҡушамат та шәп түгел шәплеккә: Уҫыраҡ Хашим. Мәгәр Мәҙинә лә атай булған кешеһенә «Урыҫ Хашим» тиеүҙәренә ғәрләнә. Был исем уның атаһын нисектер ят итеп күрһәтә һымаҡ. Аталарына шундай исем таҡҡастар, балаларына ни тимәҫтәр? Мәҙинә башта оялды, унан ғәрләнде, һуңынан, тейер-теймәҫтән кәмһетелмәҫ-хурланмаҫ өсөнмө, ҡырағайланды, илгәҙәк тәбиғәтле, алсаҡ күңелле ҡыҙ баланан ҡырыҫ, сая үҫмергә әүерелде. Һуғыш та бит, ана, күптәрҙе бөктө. Элек күршеһенә сәләм бирмәгән бәғзе берәү, хәҙер инеп шуның сәйен бер эсеп сығыр өсөн генә лә бит йөҙ һыуын түгә. Мәҙинәләр ҙә артыҡ туҡ йәшәмәйҙәр ҙә бит. Иншалла, һыйыр быҙауланы. Мәҙинә быға тиклем дә туҫтаҡ-сеүәтә күтәреп күршеләренә йомошҡа бик йөрөмәне, бынан һуң инде ул бөтөнләй сыҡмаясаҡ. Бик кәрәк булһа, ана, әсәһе Йәнтимере менән Иштимерен йөрөтһөн. Улар, ике күпкәк ҡорһаҡ, ашауҙан башҡа бер нигә эшкинмәйҙәр. Әсәһе шуларҙы кис булһа иркәләп туймағандай: әле береһен, әле икенсеһен тупылдатып һөйә, әллә ниндәй ҡолаҡҡа ятышһыҙ иркә һүҙҙәр әйтә. Ә бына Мәҙинә бары тик мал балаларын ғына ярата. Иҙәндә йоҡлап ятҡан анау безәүкәй булмаһа, өйҙөң ни йәме булыр ине? Мәҙинә үҫһә, кәртә-ҡураһын тултырып мал аҫрар, ә инде элегерәк тыуһа — өйөр-өйөр йылҡылары Ҡаратау һыртын иңләп йөрөр ине. Эйе, эйе: бына шулай бай булыр ине ул! Үҙенең силсәүит Ихсанбайҙыҡы ише ҡара айғыры, ҡулында ҡамсыһы булыр ине. Ҡара айғыр тигәс, Мәҙинәнең хәтеренә ҡылт итеп тағы Ихсанбай килде. Үҙ ғүмерендә уның йәнен ҡурыштырып, тынын быуғандай кешеләр бар бит ул. Шуларҙың береһе — атаһы, Урыҫ Хашим. Ярай, уныһы һуғышҡа китте. Кем белә, бәлки, алланың рәхмәте төшөп, ҡайтмаҫ та әле. Икенсеһе — Ихсанбай, уныһы күҙ алдында. Һуғышҡа үпкәһе сирле булғанға алмағандар, тиме шуны... Үҙе былай сирлегә лә оҡшамаған, бурһыҡ майын эсә торғас, бурһыҡтан былайыраҡ һимергән. Уны ниңә шул тиклем күрә алмағанын Мәҙинә үҙе лә төшөнмәй. Был һөмһөҙ кешенең итләс битенә ҡыҫылған зәңгәр күҙҙәренең Мәҙинәгә тишерҙәй итеп ҡарауымы, ҡорһағын кәпәйтеп, бисәләр шикелле ваҡ-ваҡ баҫып йөрөүеме — өҙөп кенә ни ҙә булһа әйтерлек тә түгел. Хатта уның һөлдәләй ит-ашһыҙ, оҙон буйлы, сығынҡы бите өсөн үтә бәләкәй уйылған ауыҙлы, йоҡа иренле, сомтор танаулы ҡатынын да мөрәтһенмәй Мәҙинә. Шул танауға танау рәүешен бирерҙәй нескәлектәрҙе башҡарып тормай йәбештерелгән оролай танауға, иренһеҙ генә уймаҡтай ауыҙға көлөү бер ҙә килешмәй. Ә ул, Сәбилә, шуны һис төшөнмәй, туҡтауһыҙ көлә. Көлгәнендә йөҙө: «Ҡуйығыҙсы әле, мине ниңә ыҙалатаһығыҙ инде?» — тигәндәге кеүек, ҡыҙғаныс булып тартыша. Әйткәндәй, Мәҙинәне күрһә, быныһы ла ҡапыл үҙгәреп китә. Төҫһөҙ күҙҙәренең ҡаяуын ҡаҙамайынса үтмәй... Әсәһе эштән ҡайтҡас, уңайын сығарып, ошо хаҡта белергә лә тырышып ҡарағаны бар уның: — Әсәй, Ихсанбай кем ул? Әсәһе башта ҡаушабыраҡ ҡалған кеүек булһа ла, яуапты ҡыҫҡа тотто: — Ниңә, Ихсанбайҙың кем икәнен белмәйһеңме? Силсәүит, шәй... — Беләм... — Белгәс... — Әсәй, ә ниңә ул мине күрә алмай? — Кем әйтте уны? Ихсанбай үҙеме? — Бер кем дә әйтмәне, үҙем беләм. — Һы... — Ғүмергә ашыҡҡан, ғүмергә бушамаған әсәһе был юлы ла теҙгенде ҡыҫҡа тотто. — Тейешһеҙҙе төбәшкәнсе, ана, ҡустыларың тороуға тамаҡ йүнәт. — Шулар арҡаһында мин мәктәпкә йөрөй алмайым! — Мәҙинә!.. — Әсәһе артынан ишек ябылды. Йөрәген ҡара бесәй кеүек тырнаған һорауҙарын күкрәгенә #