0%

Бәҫтәр генә сәскә атҡанда. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Бәҫтәр генә сәскә атҡанда (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Бәҫтәр генә сәскә атҡанда


Мәңгелек боҙ булып туңған йәнем
Ҡояш нурҙарынан сағыла.
Ҡояш түгел, һинең яҡтылығың
Аҡлығыма минең яғыла...

Яғыла ла һис иретә алмай
Ҡалын ятҡылыҡтар ҡатламын.
Һин белмәйһеңме ни боҙ илендә
Бәҫтәр генә сәскә атҡанын?!

Ҡар буранын бына уранам да,
Өйөрмәнән өйәм өйөмдө...
Юҡ, тағы ла,
Юҡ, ишетмәҫ өсөн
Йылы тауыш, нурлы көйөңдө!